«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Башҡортостан» карабының ышаныслы капитаны булды



07.02.2014 «Башҡортостан» карабының ышаныслы капитаны булды

«Башҡортостан» карабының ышаныслы капитаны булдыБашҡортостан Республика­һының тәүге Юғары Советы Рәйесе, Башҡортостан Рес­публикаһының тәүге Прези­денты, Рәсәй Федера­цияһының Федерация Советы һәм Дәүләт Советы ағзаһы булған, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, Почет билдәһе ордендары һәм башҡа бик күп орден һәм миҙалдар кавалеры Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхи­мовҡа бөгөн 80 йәш тула.
... Уҙған быуаттың 30-сы йылдары. Ул осор баҙар иҡтисады тарихи фәнендә "яңыртыуҙың совет варианты" төшөнсәһе аҫтында инеп ҡаласаҡ. Ысынлап та, Совет Рәсәйендә халыҡ хужалығын индустриаль нигеҙгә ҡороу буйынса ҙур аҙымдар яһалған дәүер шауҡымы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы егете Мортаза Рәхимовҡа ла ҡағыла. Шулай булмаһа, ул баш ҡаланан 300 саҡрымлап ситтә ятҡан ерҙән килеп, Өфө нефть техникумына уҡырға инмәҫ, ә тиҫтерҙәре кеүек колхозда эшләп йөрөр ине.
Нефтсе һөнәре ул йылдарҙа бик абруйлы һаналғандыр, сөнки Ишембайҙа "ҡара алтын" ятҡылыҡтары тап шул 30-сы йылдарҙа асыла бит. Техникум тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай, һөнәрен тәрәнерәк үҙләштереү теләге йәш оператор Рәхимовты аҙаҡ Өфө нефть институтының киске бүлегенә уҡырға алып килә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти башҡорт халҡы. Ҡорамал начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы урынбаҫары, баш инженер урынбаҫары, баш химик, баш инженер – былар Мортаза Рәхимовтың хеҙмәт биографияһындағы тулы булмаған исемлек. Етәкселеккә партия комитеттары аша килеү тәртибе көслө булған ул йылдарҙа КПСС органында бер көн дә эшләмәгән, хужалыҡ итеү мәктәбенән ары китмәгән кисәге крәҫтиән улының ҡеүәтле завод директоры итеп тәғәйенләнеүе үҙе үк ҙур яңылыҡ булып күренгәндер.
Атанан күргән – уҡ юнған. Атаһы Ғөбәйҙулла Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхоз рәйесе булып эшләһә, улы Мортаза, уны күпкә уҙҙырып, 4 миллионлы республика башлығы дәрәжәһенә саҡлы күтәрелә. Юғары Совет Рәйесе вазифаһында эшләгән йылдарҙы ла ҡушҡанда, ул Башҡортостан Республикаһы кеүек ауыр йөктө 18 йыл тартты.
Күләмле әйберҙәр алыҫтан ғына яҡшы күренгән кеүек, Мортаза Рәхимовтың шәхесенә ғәҙел баһаны үҙ эсенә ике тиҫтә йылды һый­ҙыр­ған ваҡыт сиктәрендә биреү урынлы булыр ине. Ул дәүерҙе һис кенә лә ябай, тотороҡло һәм ҡәҙимге тип атарға тел әйләнмәй. Үҙгәртеп ҡороуға ялғанған баҙар иҡтисады, ғәмәлдә Рәсәйҙә капиталистик мөнәсәбәттәрҙең ҡырағай формала тергеҙелеүе шарттарында күп милләтле халыҡ көн иткән Башҡортостанда милли ерлектә бер генә конфликттың да ҡупмауын республикабыҙҙың тәүге Президенты эшмәкәрлегенән айырып ҡарарға тырышыу ғәҙел һәм объектив түгел. Масштабы йәһәтенән инҡилапҡа торошло дәүерҙә "Башҡортостан" карабының капитаны һынауҙы уңышлы тотто, һынманы, ҡойолоп та төшмәне.
Мортаза Рәхимовҡа – 80 йәш. Эйе, үткән ғүмер аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә. Ләкин кеше ҡалдырған эҙҙәр барыбер юйылмай.

Мәхмүт ХУЖИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға