«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Электрон документтар әйләнеше индерелә



20.11.2010 Электрон документтар әйләнеше индерелә

Башҡортостанда ведомство-ара электрон документтар әйләнеше системаһы булдырыла. Уны индереү тураһында Указға 18 ноябрҙә республика Президенты ҡул ҡуйҙы.
Хөкүмәткә 25 декабргә тиклем системаны тест режимында файҙаланыуға индереүҙе ойошторор­ға бойороҡ бирелде. Дәүләт власы органдары электрон документтар әйләнеше системаһына әкренләп, раҫланған графикка ярашлы тоташтырыласаҡ. Мәғлүмәттәр менән эске алмашыу архитектураһына башҡарма власть органдары, федераль ведомстволарҙың территориаль бүлектәре һәм урындағы үҙидара органдары инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға