«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әгәр мэр булғың килһә...



28.01.2014 Әгәр мэр булғың килһә...

Өфө ҡала советы ултырышында депутаттар Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Яла­ловтың вәкәләтен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сөнки килешеү буйынса уның вәкәләте 17 ғинуарға тиклем ине.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс­ты 12 февралдә үткәреү күҙаллана. Әлегә элекке мэр ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара.
Устав буйынса, конкурс­та ҡатнашырға теләүсе ҡала советына үҙенең киле­ме, милке һәм 2013 йыл өсөн мөлкәт характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Шундай уҡ мәғлүмәттәр ҡатынына (иренә) һәм бәлиғ булмаған балаларына ла ҡағыла. 3 февралдә кандидаттарҙы үткәреү буйынса конкурс комиссияһы ултырышҡа йыйыла. Әйт­кәндәй, комиссия составында Башҡортостан Респуб­ликаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сер­гей Молчанов, БР Пре­зиденты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Данил Азаматов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Ниғ­мә­туллин бар.
Ошо комиссия тәҡдим иткән кандидатуралар иҫәбенән депутаттар сираттағы ултырышында ҡала хакимиәте башлығын һайлаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға