«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сочи Олимпиадаһында ҡатнашыусылар башҡорт балын тәмләйәсәк



28.01.2014 Сочи Олимпиадаһында ҡатнашыусылар башҡорт балын тәмләйәсәк

Өфөнән XXII Ҡышҡы Олимпия һәм XI ҡышҡы Паралимпия уйындарына биш тонна юғары сифатлы башҡорт балы ебәрҙеләр.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козакка спортсыларға һәм ҡунаҡтарға башҡорт балын күрһәтеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Дмитрий Козак был фекерҙе хуплаған. Башҡорт балы махсус күргәҙмә-йәрминкәлә ҡуйыласаҡ. Сара Имеретин уйһыулығының “Бәрхәт миҙгелдәр” комплексында 1 февралдән 16 мартҡа тиклем үтәсәк.
Башҡортостан, шулай итеп, “Олимпиада – 2014”-тә илдең бренд тауарын күрһәтеүсе башҡа бер нисә төбәге араһына инде. Маҡсат – сит ил ҡунаҡтарына Рәсәйҙе бөтөн төрлөлөгөндә күрһәтеү.
Башҡортостан апитерапия һәм умартасылыҡ буйын­са ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, биш тонна юғары сортлы бал 150 грамдан алып дүрт килограмға тиклем пластик, быяла һәм ағас һауыттарға тултырыл­ған. Дөйөм алғанда, 68 төр һауыт ҡулланылған, улар­ҙың күп өлөшө – биҙәкләнгән ағас мискә, биҙрә, туҙ тырыздары.
Балдан тыш, күргәҙмәлә апитерапия үҙәгенең һитә, һеркә, бал ҡорто елеме, дауалау-профилактика һәм косметика продукцияһы ла урын аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға