20.11.2010 Өс һөйләм менән
Башҡортостан делегацияһының 9 –13 ноябрҙә IV Рәсәй-Япония инвестиция форумында ҡатнашыуы йомғаҡтары буйынса республика хөкүмәтендә үткән координацион кәңәшмәлә интернетта Башҡортостан тураһында япон телендәге сайт барлыҡҡа киләсәге тураһында һүҙ барҙы. Япондар Башҡортостанға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән һәм беҙҙең республика, уның иҡтисади, тәбиғәт потенциалы тураһында күберәк белеү өсөн ентеклерәк мәғлүмәт кәрәгәсәк. Шунлыҡтан япон телендәге сайт булдырыу ихтыяжы килеп тыуған.
Киләһе йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҫеше 15 проценттан артмаясаҡ, тип белдерҙе БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев. Был күрһәткес түбән булырға мөмкин, әммә унан юғары күтәрелергә тейеш түгел. Алдағы йылдарҙа республика хаҡтарҙы биш йылға көйләүгә күсмәксе.
17 ноябрҙә милицияның участка уполномоченныйҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо дата уңайынан иң яҡшы участковыйҙарҙы асыҡлау буйынса конкурс та үтте. Быйылғы еңеүсе – Өфөнөң Орджоникидзе районының 18-се милиция пункты хеҙмәткәре, майор Шамил Маликовҡа автомобиль тапшырылды.
Екатеринбург, Силәбе, Өфө юлдары Рәсәйҙә иң хәүефлеләрҙән һанала. Төбәк-ара йәмәғәт үҙәге халыҡ һанын, юл оҙонлоғон, юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәрҙе иҫәпләп, ошондай мәғлүмәт биргән. Ә хәүефһеҙ юллы ҡалалар исемлегенә тәүге ун айҙа Төмән, Новосибирск, Санкт-Петербург, Воронеж, Омск, Липецк һәм Рязань ингән.
Баш ҡаланың Орджоникидзе район суды әрменән ҡасып йөрөүсе 27 йәшлек егетте шартлы рәүештә алты айға хөкөм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Ваҡытында был кеше, вузда уҡыуы сәбәпле, кисектереү алған, артабан өйләнеп, балалары булған. Әрме йәшенән үткәс, уны яуаплылыҡҡа тарттырырға булалар, тик егет һәр төрлө саҡырыуҙы ла инҡар итә, әммә тотола һәм изоляторҙа ике ай хөкөм ҡарарын көтә.
«Алтын ҡуллы оҫта – 2010» республика конкурсы сигендә Әбйәлил районы оҫтаһы Рәсилә Вәлиева ҡулдан туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Конкурсты ойоштороусылар – БР Һөнәрселек палатаһы, баш ҡала хакимиәте, Өфө ҡалаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса фонды, БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Әбйәлил районы хакимиәте. Оҫталыҡ дәресе 22 ноябрҙә Октябрь проспектындағы 4-се йортта үтәсәк.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.