«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанда – яңы программа



17.01.2014 Башҡортостанда – яңы программа

Республикала күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһы ҡабул ителде.
Программаны тормошҡа ашырыу ваҡыты оҙайлы – 2014 – 2043 йылдар. Бишәр йыллап алты этап ҡаралған. Күп фатирлы йорттар исемлегендә йә капиталь ремонт буйынса хеҙмәттәрҙә үҙгәрештәр булған осраҡта документ йыл һайын яңыртылырға тейеш. Прог­рамманы үтәү буйынса аныҡ саралар өс йылға тиклемге ҡыҫҡа ваҡытлы пландарҙа яҙыласаҡ.
«Башҡортостан Республи­каһының төбәк операторы» фонды тарафынан әҙерләнгән программаны торлаҡ милекселәре түләүҙәре, «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды» дәүләт корпорацияһы иҫәбенән, республика һәм муниципаль берәмектәр бюджетынан финансланасаҡ.
Адреслы йорттарҙың тулы исемлеге программа ҡушымтаһында бирелгән. Уға, авария торошондағы һәм һүтелергә тейеш йорттарҙан тыш, республиканың бөтә күп фатирлы йорттары ла ингән. Документты әҙерләүселәр билдәләүенсә, республиканың торлаҡ фонды әлеге ваҡытта ныҡ иҫкергән. Күп фатирлы йорттарҙың 41 проценты 40 йылдан да элегерәк төҙөлгән. 47 проценты тирәһе 30 проценттан ашыуға туҙған һәм капиталь ремонтҡа мохтаж.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға