«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Катар менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ



17.01.2014 Катар менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ

Башҡортостанға Катарҙан “I.A.S. International” (“И. А. С. Интернейшнл”) компанияһы вәкилдәре килеп ҡайтты. Компания башлығы Иссам Абдул Саламды БР Прези­денты Рөстәм Хәмитов ҡабул итте.
Алыҫ ил ҡунағын республикалағы хәл-торош менән таныштырғас, инвестиция әүҙемлеге, кредит мөмкинлектәре тура­һында ла һүҙ барҙы. Баш­ҡортостанға сит ил капиталы килеү күләме арта. Респуб­ликала улар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Катар менән дә берлектә эшләү йүнәлештәре бар. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов бер нисә проектты атаны. Уға тимер рудаһын ҡулланып юғары сифатлы суйын етештереүсе тау-металлургия комплексы, фруктоза, глюкоза алыу өсөн бойҙайҙы тәрән эшкәртеүсе предприятие төҙөү кеүектәр инә. Бынан тыш, Катар нефть химияһы тармағында ҙур индустрия парктары төҙөүҙә ҡатнаша ала.
Иссам Абдул Салам билдәләүенсә, ул Өфөлә бик ҙур мөмкинлектәр күрә. Әйткәндәй, Катар делегацияһы республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин менән осрашып, инвестиция һалыу, нефть һәм газ өлкәһендә, авиация сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләшкәйне. Катар тәбиғи газ запастары буйынса донъяла – өсөнсө, уны экспортлау буйынса алтынсы урынды биләй. Нефть һәм нефть продукцияһы һатыу буйынса ла алдынғылар рәтендә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға