«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңылыҡтар



31.12.2013 Яңылыҡтар

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгә республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 21733,4 һум тирәһе. Башҡортостан Республикаһы буйынса статистика хеҙмәте иҫәпләүенсә, бер йылда эш хаҡы номиналь сағылышта – 9,9 процентҡа һәм ысынбарлыҡ сағылышта, йәғни ҡулланыу хаҡтары ин­дексын иҫәпкә алғанда, 3,8 процент­ҡа артҡан.

2013 йылда хеҙмәт пенсияһы ике тапҡыр арттырылды. 1 февралдән ул – 6,6 процентҡа, 1 апрелдән 3,3 про­цент­ҡа индексацияланды. 1 апрелдән шулай уҡ социаль пенсиялар – 1,81 процентҡа, ай һайын түләнгән федераль льгота 5,5 процентҡа күбәйҙе.

Башҡортостанда 46 меңгә яҡын кеше эшһеҙ һанала. Былтыр был ваҡытта уларҙың һаны 54 мең булған. Әле Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 22,6 мең кеше иҫәптә тора, шуларҙың 43 проценты – ауыл халҡы, 51 проценты үҙ теләге менән эштән сыҡҡан, 22 проценты ойошманы ябыу йәки хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу арҡаһында эштән сығарылған. 2013 йылдың 11 айында 14 936 кеше эштән киткән, шуларҙың 7626-һы ҡабаттан эшкә урынлашҡан.

2013 йылдың ғинуар – ноябрендә бөтәһе 49,5 мең эшһеҙ иҫәптән алын­ған. Уларҙың 25 меңдән ашыуы, йәғни 51 проценты эш тапҡан. Ә 5,9 меңдән ашыу кеше (12 процент) профессиональ уҡыу үтә. 1,5 меңдән ашыу кешегә (3 процент) хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләнгән. 19 мең эшһеҙ, йәғни 34 проценты башҡа сәбәптәр менән иҫәптән алынған.

Эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3911 һум тирәһе, йәғни эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы күләменең 57 процентын тәшкил итә (эшкә яраҡлы граждандар өсөн йәшәү минимумы – 6897 һум). Эшһеҙҙәрҙең 29 проценты эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен ала (977,5 һум), ә 45 процентына ул максималь күләмдә түләнә (район коэффициенты менән – 5635 һум).
Йыл башынан Башҡор­тостан предприятиелары һәм ойошмалары 288,6 мең вакансия барлығы хаҡында белдергән. 1 декабргә ҡарата республика вакансиялар банкында 33,7 мең эш урыны иҫәпләнә.

2013 йылда баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 12,5 мең самаһы кеше эшһеҙ статусы алған. Ошо уҡ осорҙа 13,7 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәптән төшкән. Был хеҙмәт ярҙамында быйыл 17 меңдән ашыу Өфө халҡы эшкә урынлаш­ҡан. 1,8 меңдән ашыу кеше хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәргә бушлай уҡырға ебәрелгән. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың вакансиялар банкында 13 мең тирәһе эш урыны бар.

Яңыраҡ 107-се тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Тағы ла 57 әсә был юғары наградаға лайыҡ булды. 2007 йылдың 1 ғи­нуарынан республикала 171 566 “әсәлек (ғаилә) капиталы” дәүләт сертификаты тапшырылған (шул иҫәптән 2012 йылда – 25 564, 2013 йылда – 24 712). Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2014 йылда “әсәлек капиталы”ның суммаһы 429 408 һум буласаҡ.

2013 йылдың ғинуар – сентябрендә Башҡортостандағы бөтә кимәлдәге бюджетҡа 168,5 миллиард һум һалым һәм һалым органдары һалған башҡа мәжбүри түләүҙәр ингән. Ошо осорҙа федераль бюджетҡа 75 313 миллион һум аҡса (бөтә керемдәрҙең 44,7 проценты) күсерелгән, 2012 йылдың ғинуар – сентябренә ҡарағанда, үҫеш 12,8 процент тәшкил итә.

Башҡортостан Республи­каһының тупланма бюджетына 70 471 миллион һум аҡса тупланған (үҫеш – 6,6 процент). Шуның 54 461 миллион һумы – республика бюджетына, ә ҡалғаны урындарҙағы бюджетҡа ингән.

Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға