«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡулланыусылар арта



13.12.2013 “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡулланыусылар арта

Бөгөн республиканың 57 предприятиеһы “Баш­ҡор­тостан продукты” билдәһен үҙе етештергән тауарға ҡуйыу хоҡуғын алған.
Ошо программала ҡатнашыусылар һөт продукцияһы, ит ярым фабрикаттары, йылҡы ите, минераль һыу, алкоголһеҙ эсемлектәр, бал, икмәк ризыҡтары етештерә, шулай уҡ ҡош ите эшкәртеүселәр ҙә бар.
БР сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Диана Мәсәғүтова әйтеүенсә, 3000 самаһы аҙыҡ-түлек тикшерелеп, уларҙың 1065-енә “Башҡортостан продукты” билдәһен ҡуйыу хоҡуғы бирелгән. Респуб­лика биләмәһендә эшләүсе 40-лаған предприятиеға, теге йәки был етешһеҙлектәре өсөн, билдәне файҙаланыу тыйылған. Әгәр ҙә улар продукцияһын проект талаптарын үтәрлек итеп әҙерләһә, ҡаптарға логотипты баҫырға рөхсәт аласаҡтар.
“Башҡортостан продукты” тауар маркаһы ирекле рәүештә ҡулланыла, йәғни етештереүсе, тауары проектҡа тура килһә һәм әгәр теләһә, ошо марканы ҡуя ала. Проекттың төп маҡсаты – үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға иғтибар йәлеп итеү, уны беҙҙә лә, ситтә лә танытыу. Әйткәндәй, унда республика сеймалынан урында ризыҡ етештереүселәр генә ҡатнаша. Шуныһы ла бар: алкоголле эсемлектәр шешәһенә, шул иҫәптән һыраға был билдәне ҡуйыу тыйыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға