13.12.2013 “Кроношпан” буйынса тикшереүҙәр дауам итә
Белеүегеҙсә, Өфөлә “Кроношпан” предприятиеһы төҙөү тирәләй бәхәстәр бара. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында ла уның буйынса эшсе төркөм булдырылды һәм ошо көндәрҙә ул сираттағы һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.
Тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамсыһы Александр Дрожжин белдереүенсә, эшсе төркөм эксперттар фекерен ентекле өйрәнә. Быға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә эшләп килеүсе социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры Дамир Ғайнанов менән БР буйынса Рәсәй ҡулланыусылары хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы башлығы Евгений Степановтың фекерҙәре тыңланған. Тәүгеһе предприятиеның социаль-иҡтисади яҡтан ыңғай күрһәткестәре буласағын күҙаллаһа, икенсеһе завод сафҡа индерелгән осраҡта санитар-эпидемиологик нормаларҙың боҙолмаясағын белдергән.
“Кроношпан” йәмғиәтенең генераль директоры Ардашер Курбаншо эшсе төркөмдө, эксперт һығымталары яһауҙа ярҙам күрһәтәм, тип ышандырған. Әйткәндәй, завод төҙөлөшө мотлаҡ экологик экспертиза үткәрелергә тейешле объекттар исемлегенә инмәй, әммә ҡаршылар хәрәкәтенең тәҡдимдәренән баш тартмаҫҡа булғандар. Белеүегеҙсә, Өфөлә “Антикроношпан”дар әүҙем генә эшмәкәрлек алып бара.
Әле тикшереүсе төркөм эшен дауам итә.