«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ сәйәси хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына



13.12.2013 Халыҡ сәйәси хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Заманса Рәсәйҙә һайлау системаһы үҫешенең 20 йыллыҡ тәжрибәһе: ҡаҙаныштар, проблемалар, перспективалар» исеме аҫтында үткән төбәк-ара конференцияла ҡатнашҡайны. Төбәк башлығы унда республиканың социаль-иҡтисади тормошондағы үҫеш хаҡында һөйләп, халыҡтың сәйәси процестарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
Һайлауҙар – төп сәйәси процестар­ҙың береһе. Сентябрҙә үткән һуңғы сара парламентта төрлө партия вәкилдәренең артыуын күрһәтте, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары араһында алты партия вәкиле эшләй. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, был насар түгел, төрлө ҡараштар, идеялар дөрөҫлөктө асыҡларға ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта һайлау процес­тарын ойоштороу ауыр. Шуға күрә бөгөнгө конференцияла күп мәсьәлә буйынса фекер алышырға кәрәк.
– Һайлау системаһында һуңғы йылдарҙа билдәле бер бейеклектәргә өлгәшелде, – тине Башҡортостан Президенты. – Әммә проблемалар ҙа етерлек. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Эш булмаған ерҙә генә мәсьәләләр юҡ.
Форумда билдәләүҙәренсә, һайлау процесында бөтә ҡатнашыусыларҙың фекерҙәрен, мәғлүмәти йәмғиәт талаптарын иҫәпкә алып, технологиялар индереү буйынса яңы алымдар булдырыу мөһим. Һайлау комиссияларының эше йәмғиәттә сәйәси әүҙемлектең үҫеше менән ҡатмарлашасаҡ ҡына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға