«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киләһе йылда 2 миллион 640 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ



13.12.2013 Киләһе йылда 2 миллион 640 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үтеп барған йылда торлаҡты сафҡа индереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре һәм 2014 йылға маҡсаттар билдәләү буйынса кәңәшмә үтте.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, күптәрҙең фатир алырға, йорт төҙөргә мөмкинлеге булмауын, уларҙың оҙаҡ йылдар ятаҡтарҙа йәшәүҙәрен билдәләп, торлаҡтың байлыҡ билдәһе булырға тейеш түгеллегенә баҫым яһаны. Торлаҡҡа ихтыяж артҡан һайын уға хаҡтар ҙа күтәрелә. Урта килемле кешеләр ҙә фатир һатып ала алмай. Башҡортостанда сиратта тороусы кешеләр һаны 90 меңгә яҡын. Торлаҡ һатып алыу мөмкин булһын өсөн бөтә муниципалитеттар ҙа социаль торлаҡ майҙанының квадрат метры өсөн хаҡ билдәләгән, дәүләт тарафынан ниндәйҙер субсидиялар ҙа ҡаралған. Ул күбеһенсә аграр һәм социаль тармаҡта эшләүселәргә, ауыл еренә барыусы йәш белгестәргә ярҙам йөҙөнән билдәләнгән. Бынан тыш, йәш ғаиләләргә лә һатып алған торлағының 35 процентын дәүләт ярҙамында ҡаплау мөмкинлеге бирелә. Ошо тәңгәлдә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә торлаҡ төҙөү өсөн бушлай бүленгән ер участкаһы хаҡында ла әйтеп китеү дөрөҫ булыр. Әле ошондай 12 мең ғаилә ер алған.
Башҡортостанда 2011 йылдан социаль торлаҡ төҙөлә башлаған, былтыр 74 мең квадрат метр төҙөлһә, быйыл әлеге күләм 100 меңгә етәсәк.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, күп төҙөү өсөн төҙөлөш материалдарын да күп етештерергә кәрәк.
Быйыл, мәҫәлән, Өфөлә «Евро­бетон» комбинаты каркас технологиялары буйынса бина төҙөү өсөн йылына 30 мең кубометр тимер-бетон конструкциялар етештерергә һәләтле производствоны сафҡа индергән.
Теүәл һандарға туҡталғанда, быйыл 2 миллион 470 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөш темптары айырыу­са Октябрьскийҙа һәм Нефтекамала шәп бара. Ә Ағиҙелдә, киреһенсә, әкрен. Рәсәйҙә төҙөлгән торлаҡ майҙандары буйынса беҙҙең республика алтынсы урында килә. Башҡортостандан алда – Мәскәү өлкәһе һәм ҡалаһы, Краснодар крайы, Санкт-Петербург һәм Татарстан.
Бөгөн халыҡ нисек тә булһа йәшәргә урын хәстәрләргә тырыша, ипотека кредиттары алыусылар һаны ла арта бара. Ошо йылдың тәүге туғыҙ айында республикала 22 миллиард һумдан ашыуыраҡ суммаға кредит бирелгән. Беҙҙә ипотека буйынса процент ставкаһы Волга буйы федераль округында иң юғарыһы – уртаса 13,1 процент. Татарстанда был күрһәткес – 12,6, ә Ырымбурҙа – 11,7 процент.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға