«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Кроношпан” “экологик монстр” түгел



06.12.2013 Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов: “Кроношпан” “экологик монстр” түгел

Башҡортостан Президенты “Өфө” журналына биргән интервьюһында белдереүенсә, инвесторҙар объекттарҙы төҙөгәндә ябайлаштырыл­ған алымдарға юл ҡуйылмаясағын аңлаған. Хәҙер улар документтарҙы тәртипкә килтерә, һығымталар яһай. Конфликт бөтөргә тейеш.
– Ҡалала йәшәүселәр “Кронош­пан”дың “экологик монстр” түгел, ә яҡшы заманса предприятие буласағына инанасаҡ. Предприятие меңләгән кешегә эш һәм яҡшы хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге бирәсәк. Урман хужалығын да тәртипкә килтереп буласаҡ, – тигән ышаныста Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, Өфө эргәһендә, республикала кеше өсөн зыянлы һәм хәүефле бер ниндәй ҙә производство төҙөлмәйәсәк. Бөтә ҡарарҙар етди тикшереүҙәр үткәреп һәм йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып ҡына ҡабул ителәсәк.
Үрҙә телгә алған интервьюла Рөстәм Хәмитов республиканың тағы бер предприятиеһын телгә алды. Башҡортостан Президенты белдереүенсә, сода производствоһын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе асыҡ көйөнсә ҡала.
Стәрлетамаҡтағы «Сода» эшләүҙән туҡтап, биш меңгә яҡын кешенең эшһеҙ ҡалыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Әле республиканың Ғафури, Стәр­летамаҡ һәм Ишембай райондарында геологик эҙләнеүҙәр алып барыла. Башҡортостан сода компанияһында (БСК) модернизация үткәрелә. Пред­приятие кальцинацияланған сода етештереү буйынса Европала беренсе урынды биләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға