«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Алдар тархан ҡайҙа торған?



02.12.2013 Алдар тархан ҡайҙа торған?

Баймаҡтар ҙа, бөрйәндәр ҙә уны үҙенеке тип иҫәпләй
Алдар тархан ҡайҙа торған?Алдар Иҫәнгилдин – Рәсәй тарихында киң билдәле шәхес. Батша Петр I алып барған һуғыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Яу алдынан дошманлашыусы ике яҡтан алға сығарылған батырҙар көрәшендә черкес батырын еңеп, дан алған. Батша уны ике мәртәбә тарханлыҡ дәрәжәһенә сығара.
Тарихи яҙмаларҙа Алдар батыр­ҙың тыуған йорт-ере итеп Бөрйән районының Ҡана йылғаһы бу­йындағы Алдар (хәҙерге Әтек) ауылы күрһәтелә. Ауылдағы Иҫәнгилдиндар ышаныслы рә­үештә үҙҙәрен батырҙың вариҫтары тип иҫәпләй. Әтек мәктәбе алдына Алдар тархандың бюст-һәйкәле ҡуйылған, музейҙа мәғлүмәттәр тупланған.
Әммә баймаҡтар ҙа Алдарҙың сығышын үҙҙәренең ерлегенә бәйләй. Хатта бер йылы Бөрйән – Баймаҡ юлындағы матур ғына аҡланға “Алдар батыр утары” тигән ҙур яҙыу ҙа ҡуйҙылар. Уның рухына арнап йыйын да үткәрҙеләр.
Алдар батырҙың туғыҙ утары булған, тигән имеш-мимештәр ҙә бар. Бынан сығып йәнә фекер йөрөтһәң, шәхесте “бүлешеү” кәрәкмәй ҙә һымаҡ, Алдар Иҫәнгилдин (Иҫәкәев) – бөтөн башҡорт халҡының Батырша, Ҡара­һаҡал, Салауаттар тиңендә торған бөйөк улы һәм батыры. Ә батырҙары менән һоҡлана, ғорурлана белгән, уларҙы үҙенеке тип иҫәпләгән халыҡ бер ҡасан да бахыр булмай.
Мәсем – Ирәндек араһы,
Нисә икән саҡ(ы)рым?..
Бөрйәндәр* көткәндәр шунда
Алдар батыр аттарын.
Ике тауҙың ҡуйынында
Иркен йөрөгән аттары.
Унда-бында һибелгәндер
Алдар батыр утары.
Ишле булған йылҡылары,
Һигеҙ мең булған һаны.
Һимеҙ булған йылҡылары,
Алыҫтан булған танып.
Ҡышын тибенгә аттарҙы
Тауҙарға әйҙәгәндәр.
Ә йәйгеһен бейәләрҙе
Ҡымыҙға бәйләгәндәр.
Иҫәнгилдин булған Алдар,
Иҫәкәй ҙә тигәндәр.
Дошмандары таптырғанда,
Эҙ йәшерә белгәндәр.
Ирәндек – Баймаҡ яғында,
Ә сал Мәсем – Бөрйәндә.
Был тауҙарҙа донъя йәме,
Был тауҙар барса йәмдә.
Бөрйән ырыуынан Алдар,
Баш эйгән уға халыҡ.
Батша ҡулынан алған ул
Ике тапҡыр тарханлыҡ.
Мәсем – Ирәндек араһы,
Әллә күпме саҡ(ы)рым.
Ырыуҙаштар көткән унда
Алдар батыр аттарын.
Көн иткәндәр төбәк биләп,
Татыу торған бөрйәндәр.
Татыулыҡта илдең ҡото
Икәнлекте белгәндәр.
Атайсалда** ҡор йыйғандар,
Тирә-яҡтан килгәндәр.
Беҙҙең олуғ ил ағабыҙ,
Алдар батыр тигәндәр.
Мәсем, Ирәндек тауҙары
Батыр рухын һаҡлайҙыр.
Бөрйәндәр ҙә, баймаҡтар ҙа
Һүҙемде кире ҡаҡмайҙыр,
Һәм ҡыуаныс, һәр ҡайһыһы,
Беҙҙең бөйөк шәхес тиеп,
Башҡорт улын атайҙыр,
Ау, халҡым улын атайҙыр!..

*ырыу
** ете ырыу стелаһы ҡуйылған боронғо ырыуҙар йыйыны яланы

Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға