«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвестор өҫтөнлөккә эйә



22.11.2013 Инвестор өҫтөнлөккә эйә

Башҡортостан Хөкүмәте республика парламентына һалымдар тураһындағы айырым закондар сығарыу акттарына төҙәтмәләр тәҡдим итте.
Яңы закон проектына ярашлы, 2014 йылдың 1 ғи­нуарынан инвесторҙар­ға өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары билдәләнә. До­кументта, капитал һалыуҙар буйынса талапты 100 миллион һумдан 30 миллионға тиклем төшөрөргә, табыш­ҡа һалым буйынса иң түбән ставка (13,5 процент) ҡуйыр­ға һәм инвесторҙы ойошмалар мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итергә, тиелә.
Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, был яңылыҡ республиканың Көньяҡ Урал (Урал аръяғы) һәм төньяҡ-көнсығыш райондарын иҡ­тисади үҫтереү йәһәтенән уртаса ваҡытлы комплекслы программаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге закон проектын ҡабул итеү муниципалитеттарҙың инвестициялар йә­леп итеүсәнлеген күтәрәсәк һәм һөҙөмтәлә өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, урындағы халыҡтың килеме лә артасаҡ.

Әйткәндәй

Рөстәм Хәмитов тағы бер немец компанияһы – “Eberspаcher” етәксеһе Томас Валдир менән осрашты. Был компания автокомпоненттар етештереү буйынса донъяла алдынғы урында тора, 22 илдә 65 вәкиллеге бар.
Германия вәкилдәре “Камаз” менән ҡыҙыҡһына, республикала улар Бәләбәйҙәге “Авто­нор­маль” заводында ла булған. Томас Валдир әфәнде инвестор­ҙарға ҡуйылған шарттар ту­раһында ла һорашып, яуаптан ҡәнәғәт ҡалыуы хаҡында белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға