22.11.2013 Үҙебеҙҙекеләрҙе беләйек
Башҡортостан предприятиеларының 35 продукцияһы һәм хеҙмәтләндереү төрө “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсында – лауреат, тағы ла 66-һы дипломант булды.
Федераль этапҡа республиканың 58 предприятиеһы сыҡҡан. Был хаҡта БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау дәүләт төбәк үҙәге хәбәр итә.
«Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында Башҡортостан предприятиелары 13 юғары награда менән билдәләнде. Был сегментта Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары араһында «НефАЗ» йәмғиәтендә етештерелгән ярым тағылма-цистерна, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең баҡыр концентраты, «Башнефть» компанияһының «Регуляр – 92» маркалы бензины һәм башҡа тауарҙар бар.
Башҡортостан даими алдынғы урындар яулаған тағы бер номинация — «Аҙыҡ-түлек тауарҙары». Бында 15 продукция өлгөһө – лауреат, 30-ы дипломант исемен алды. Еңеүсе тауарҙар араһында – ит, һөт, икмәк аҙыҡтары, шулай уҡ «Башспирт» йәмғиәте продукцияһы. Ә иң күп дипломға «Рощинский» совхозы лайыҡ булды.
Халыҡ өсөн иң яҡшы сәнәғәт тауарҙарын, комиссия фекеренсә, «Европласт», «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты», «БашИнком» йәмғиәттәре етештерә.
«Халыҡ һәм художество промыслалары изделиелары» номинацияһында «Ағиҙел» предприятиеһының «Сармат» тигән яңғырауыҡлы исем аҫтындағы ирҙәр милли костюмы диплом менән бүләкләнде.
«Халыҡ өсөн хеҙмәттәр» номинацияһы «Башҡортостан» ҡунаҡханалар комплексына, кардиологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау буйынса «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына бирелде.
Иң яҡшы «Производство-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр»ҙе «ВНЗМ» акционерҙар компанияһы һәм «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» күрһәтә.
Әйткәндәй, беренсе тапҡыр «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсы 1998 йылда үткәйне. Шунан алып республиканың 350 предприятиеһы лаурет булған, 700-ҙән ашыуы финалға сығып, дипломдар алған.