«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Сименс» компанияһы килергә теләй



22.11.2013 «Сименс» компанияһы килергә теләй

Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй­ҙәге «Сименс» компанияһы башлығы Дитрих Мёллер һәм электротехника концернының структура бүлексәләре директорҙары менән осрашты.
«Сименс» – Германияның Берлин һәм Мюнхен ҡалаларында урынлашҡан электроника һәм электр техникаһы тармағында эшләүсе донъяла ҡеүәтле һаналған концерн. Уның беҙҙең илдә, Азия дәүләттәрендә лә филиалдары бар. Мёллер әфәнде белдереүенсә, Башҡортостан улар өсөн стратегик төбәк һанала.
Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтан хеҙмәттәшлек хаҡындағы ниәттәрен белеште.
– Бына һеҙҙең бәйләнеш картаһында Пермь, Екатеринбург билдәләнгән, ә ҡайҙа Өфө йәки Стәрлетамаҡ? Әгәр картағыҙҙа Өфө, Стәрлетамаҡ йәки республиканың башҡа ҡалаһы булһа, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ бөтөнләй икенсе буласаҡ. Төбәгебеҙгә яңы предприятиелар, инвестициялар кәрәк. Беҙҙең өсөн иң мөһиме шул. Беҙ һеҙҙән локомотив та, юғары тиҙлектәге поезд та, юл менеджменты буйынса әҙер ҡарарҙар ҙа һатып ала алмайбыҙ. Беҙ быны бергәләп эшләй алабыҙ. Һуңынан инде уртаҡ файҙа тураһында һөйләргә була, – тине республика етәксеһе.
Дитрих Мёллер әйтеүенсә, улар «Башкирэнерго» менән төрлө проекттар эшләргә әҙер. Ул был юҫыҡта форум йә конференция үткәрергә тәҡдим итте. Шундай сарала хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең киң билдәләнеүе мөмкин. Төбәктең юғары уҡыу йорттары, ғилми институттары менән эшләргә була. Ә былай «Сименс» инновацияға ҙур инвестициялар һала. Компания беҙҙә 2015 йылда үтәсәк саммитта булышлыҡ күрһәтеү мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға