«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Шул йылдарҙағы дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре күңелдәребеҙҙә һаман да йәшәй»



08.11.2013 «Шул йылдарҙағы дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре күңелдәребеҙҙә һаман да йәшәй»

«Шул йылдарҙағы дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәре күңелдәребеҙҙә һаман да йәшәй»Аҙнабай Миңлебай улы Бәҙәмшин 1979 – 1983 йылдарҙа Ейәнсура районы комсомол комитетының икенсе секретары булып эшләгән. Әле ул район хакимиәтенең иҡтисад бүлеген етәкләй. Беҙ унан комсомол йылдары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыуын үтендек.
Ленин комсомолының сираттағы тыуған көнөн йыл да йөрәкһенеп көтөп алам. Сөнки ғүмеремдең иң матур, иң сағыу осоро, ә хәҙер инде иң күркәм, иң иҫтәлекле хәтирәләрем нәҡ уға, комсомолға, бәйле. Ғәҙәттә, райком комсомолында миңә тиклем эшләгән өлкән быуын – 60-сы, 70-се йылдар быуыны комсомолец-лидер­ҙары, ҡорҙаштарым-хеҙмәттәштәрем менән бергәләп ҡаршы алып, комсомол тарихына бәйле матур биттәрҙе ҡайтанан асып, байҡап, фәһемле лә, һабаҡлы ла һығымта­лар­ға килеп, йәшәлгән ғүмерҙең бер баҫҡысына йомғаҡ яһайбыҙ.
Эйе, хәтирәләр-иҫтәлектәремдә мин яңғыҙ түгелмен. Пионер, унан комсомол сафында тәрбиәләнеп, быуынын нығытҡан, хеҙмәт юлын нәҡ комсомол сафында башлап, сы­нығып, һуңынан коммунистар партияһында дауам итеп, төрлө яуаплы вазифалар башҡарған ағай-апайҙарыбыҙ – Марат Түләбаев, Шаһивил­дан Иҙрисов, Рафиҡ Мөхәммәтов, Людмила Юшкина, Роза Фәхрет­динова, Фуат Толомбаев, ҡорҙаштарым Роза Йәнгирова, Роза Мөхәм­мәтова, Рәлиф Хужин, Сәүиә Дә­минева, Наил Ишмөхәмәтов, Резеда Яҡшығолова һәм башҡалар менән 19 майҙа – Пионер көнөндә һәм 29 октябрҙә – Комсомол көнөндә бергәләп йыйылып, ғәҙәтигә әйләнгән байрамдарыбыҙҙы билдәләйбеҙ. Был көндәр шатлыҡҡа ғына ҡоролмай. Ғәҙәттә, арабыҙҙан иртә киткән район комсомол комитеты ағзаларының ҡәберенә барып, уларҙы тәрбиәләүҙән, яҡты иҫтәлектәр менән уртаҡлашыу­ҙан башлайбыҙ. Шундай йыйындарыбыҙҙың береһендә мине БКР, йәғни элекке комсомол хеҙмәткәрҙәре ойошмаһы рәйесе итеп һайланылар. Йәғни ошо көндән башлап һәр ойошторолған һәм ойоштороласаҡ сараларыбыҙҙың иң башында булырға тейешмен. Шулай ҙурлағандары өсөн рәхмәтемде белдереп, ҙур кинәнес менән эшкә тотондом. Сөнки күкрәгемдә һаман да ялҡынлы комсомол йөрәге тибә.
Комсомолдың ни икәнлеген бөгөнгө йәштәр белеп тә, иғтибар итеп тә бөтмәй. Хәйер, был уларға кәрәкме? Сөнки улар төптө икенсе быуын, бөтөнләй башҡа уй-теләктәр, ниәт-маҡсаттар менән йәшәй. Беҙҙең кеүек, яҡты киләсәк – коммунизм төҙөү идеяһы улар өсөн төптө ят нәмә. Шулай ҙа илебеҙ, дәүләтебеҙ, йәмғиәтебеҙ тарихы менән яҡындан ҡыҙыҡһынғандар өсөн комсомол тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт ҡалдырыу өсөн район комсомол ойошмаһы һәм уның вәкилдәре тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ материал туплап, альбом эшләп, райондың крайҙы өйрәнеү музейына тапшырҙыҡ һәм унда стенд эшләнек.
Комсомол. Комсомолец. Ошо исемгә лайыҡ булыу өсөн беҙгә тиклемге быуын йәштәренә һәм беҙгә, халыҡ әйтмешләй, бәлки, утты-һыуҙы кисергә тура килгәндер. Эйе, эйе, тап шулай. Сөнки комсомол сафына эләгеү өсөн һәр йәш кеше уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, хеҙмәттә, ғаиләһендә, ғөмүмән, тормошта үҙен тик яҡшы яҡтан ғына, ҡыҫҡаһы, лайыҡлы итеп күрһәтергә тейеш. Комсомол рәтенә инеү өсөн ысын мәғәнәһендә “сират күпере”н үтергә тура килгәнлеге беҙҙең үҙебеҙгә генә мәғлүм. Иң тәүҙә һин Ленин комсомолының ғына түгел, ә совет иленең, КПСС-тың тулы тарихын, КПСС-тың, ВЛКСМ-дың һәр съезының ҡасан һәм нисек үткәнлеге тураһында йылына, көнөнә, сәғәтенә тиклем, уларҙың ҡарарҙарын, уларҙа сығыш яһаған партия, ил етәкселәренең тулы биографияһын, телмәр­ҙәрен һәм башҡаларҙы яттан белергә тейешһең. Һине комсомол сафына аласаҡ ҡәтғи комиссия ағзаларының бер һорауына яңылыш яуап биреп йәки, ғөмүмән, бирә алмай ҡара! Комиссия ултырған бүлмәнән ҡыҙарынып-бүртенеп, башын аҫҡа эйеп йәки күҙ йәштәрен тыя алмай сыҡҡандар әҙ булдымы ни?!
Ошолар тураһында ишеткеләп-күргеләп йөрөгән беҙ, малайҙар, комсомол сафына тик унынсы класта ғына инергә йөрьәт иттек. Ә класташ ҡыҙҙарыбыҙ 7 – 8-се класта уҡ инеп бөтөп, беҙҙең алда бер аҙ маһайыбыраҡ йөрөй торғайны. Әлбиттә, комсомолға инмәҫкә лә мөмкин. Тик ул сағында һин киләсәгеңә күрәләтә кәртә ҡуяһың, сөнки юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн генә түгел, ғөмүмән, берәй ергә уҡырға инеү, армияла хеҙмәт итеү өсөн һин мотлаҡ комсомол билетлы булырға тейеш. Һәм ошо билет менән “хушлашмаҫ” өсөн һәр аҙымыңды ҡарап, һәр һүҙеңде үлсәп кенә һөйләргә бурыслыһың. Йәғни комсомол һәр йәш кеше өсөн ситкә яңылыш ҡына ла бер аҙым яһап ҡуймаҫ өсөн үҙенә күрә бер “тотҡа” булған.
Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Бында ла комсомол тормошо ҡайнап тора. ВЛКСМ пленумдары, конференциялары, съездары, йыйылыштары, комскомитет ултырыштары... Уларҙы онотоу мөмкинме һуң?! Уларҙа ҡаралған мәсьәләләр, сығарылған ҡарарҙар беҙҙең өсөн – ҡыҙыл әләм. Тик уларға ҡарап уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ, һулыш алабыҙ. Бер генә яңылышлыҡ та ғәфү ителмәй. Шулай, беҙҙең иҡтисад факультетында башлыса ҡыҙҙар уҡый, егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уның ҡарауы, мехфакта – тик егеттәр! Шуғамы икән, үҙҙәрен көс, коллектив итеп тойоуҙан, улар үҙҙәрен һауалыраҡ тотто. Әммә беҙ ҙә, иҡтисад факультеты егеттәре лә, төшөп ҡалғандар­ҙан түгел. Бигерәк тә ҡыҙҙар алдында үҙебеҙҙе лайыҡлы ир-егет итеп күрһәтергә тырыштыҡ. Институ­тыбыҙ­ҙың студенттар өсөн ярҙамсы хужалығы Миловка ауылы биләмәһендә урынлашҡайны. Студент­тарҙы унда йыл әйләнәһенә эшкә йәлеп итәләр. Хужалыҡ шау-гөр килеп тора. Өйрәнсектәр өсөн ашхана ла ойошторола торғайны. Ошо ашханаға төшкө ашҡа килһәң, мехфакультет егеттәре аш таратҡан урынға, ҡыҙҙарҙы эшкә һанамай, этә-төртә, сиратһыҙ үтергә тырыша. Шундай көндәрҙең береһендә беҙҙең егеттәр менән мехфактыҡылар араһында бер аҙ низағ булып алды: уларҙың һөмһөҙлөгөнә түҙмәгән бер егетебеҙ “теш” күрһәтергә булды. Уны беҙ ҙә хупланыҡ. Йәғни, йомшаҡ итеп әйткәндә, көс күрһәтештек. Ә был хәл институт тормошонда – ЧП! Бәхеткә күрә, эш ҙурға китмәне – деканатҡа барып етмәне. Әммә мехфактыҡыларҙы шулай итеп урындарына ҡуйҙыҡ!
Студент тормошо ҡатмарлы инде ул. Ауылдан килгән йәштәргә дөйөм ятаҡта ла, институтта ла, ҡалала ла нығынып алыу өсөн байтаҡ ваҡыт һәм көс-тырышлыҡ кәрәк. Өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә әлеге егетебеҙ, ул Стәрлебаш районынан ине, тағы ла ғәҙеллекте яҡлап, һуғышты. Был хәл тураһында хәбәр, әлбиттә, деканатҡа “һә” тигәнсе барып еткән. Был хәл курсташыбыҙҙы уҡыу йортонан ҡыуыу дәрәжәһенә үк барып етте. Комсомол йыйылышында курсташыбыҙҙы деканат алдында һаҡлап алып ҡалырға тигән ҡарар сығарылды. Шулай итеп, комсомол көсө, йоғонтоһо менән беҙ егетебеҙҙе лә, ғәҙеллекте лә һаҡлап алып ҡалдыҡ.
Институтты тамамлағас, төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Әммә беҙ бөгөн дә телефон аша хәбәрләшеп, осрашып, аралашып торабыҙ. Мин Ейәнсура районына эләктем. Хеҙмәт юлымды Абзан ауылында баш иҡтисадсы ярҙамсыһы булып башланым. Артабан тағы ла бер нисә хужалыҡты алмаштырҙым – йәш белгесте район етәкселеге йә унда, йә бында йүнәлтте. Салауат исемендәге колхозда байтаҡ йылдар парторг та, рәйес тә булып эшләп алдым. Шулай ҙа район комсомол комитетында икенсе секретарь булып эшләгән йылдарым күңелдә нығыраҡ һаҡланып ҡалған. Аралашыу даирәһе лә киңерәк, башҡарған эш-ғәмәлдәр ҙә ҙурыраҡ һәм әһәмиәтлерәк: йәштәр, үҫеп килгән быуын менән эшләү үҙе үк кешене дәртләндерә, илһамландыра бит. Районда тәүге комсомол-йәштәр һөтсөлөк-тауар фермаларын – Ибрайҙа, Иҙәштә, Муйнаҡта, күп кенә хужалыҡта йәш механизаторҙар бригадаларын ойоштороп, улар араһында социалистик хеҙмәт ярыш­тарын башлап ебәреү тиһеңме, агитбригада менән баҫыу стандарына, ырҙын табаҡтарына, малсылар­ҙың йәйге лагерҙарына, ҡышын фермаларға барып лекциялар уҡыу, концерттар ҡуйыу тиһеңме, “боевой листок”тар, “молния”лар сығарыу, социалистик ярыштарға йомғаҡ яһап, алдынғыларҙы билдәләү, комбайндар бункерына йондоҙсоҡтар төшөрөүме, пионер слеттарында, линейкаларында ҡатнашыумы, ветерандарға ярҙам итеүме, бесән осоронда, сөгөлдөр утау ваҡытында, ҡышын фермаларҙа аҙбарҙар башын ҡарҙан таҙартыу, төҙөлөш буйынса һәм башҡа комсомол өмәләре тиһеңме, һәүәҫкәр түңәрәктәр смотрында ҡатнашыумы, ҡыҙыл туйҙар үткәреүме, район гәзитендә ай һайын сығарылған “Иптәш” битен ойоштороумы – барыһы ла үтте беҙҙең баштан. Һәм был эштәрҙе кемдер күрһәтеүе буйынса түгел, ә үҙебеҙ илһамланып, дәртләнеп башҡарҙыҡ. Сөнки ул замандарҙа коллектив, идея, бөгөнгә һәм киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, ҙур ышаныс менән йәшәлде. Хатта колхоз-совхоздар көсө менән төҙөлгән фатирҙарҙы йәштәрҙең иң алғы сафында барған комсомол ғаиләләренә биреү, яңы техниканы йәштәргә биреү мәсьәләләрен хәл итеү ҙә беҙҙе ситләп үтмәне. Спорт ярыштары, һабантуйҙар беҙҙең ҡатнашлыҡһыҙ ойошторолмағандыр. Хәйер, йәштәрсә дәрт, дарман менән атҡар­ған ғәмәлдәрҙе һанап бөтөү мөмкин дә түгелдер. Ысынлап, ихлас эшләгән йәштәр ойошмаһы булды ул беҙҙең комсомол. Райкомда эшләгән йылдарҙа хужалыҡтарҙың комсомол-йәштәр ойошмаларының ысын мәғәнәһендә лидерҙары Рим Күсәрбаев, Радик Арыҫлангәрәев, Сөләймән Ҡәйүмов, Фәхри Имел­баев, Ғайса Ғөбәйҙуллин, Илдар Мостафин, Ғәлиәс Вәлиев, Наил Яҡшығолов, Факил Күсәков, Рәмилә Үзбәкова, Һаҙый Яубаҫаров, Рәүфә Әйүпова, Рәфҡәт Рафиҡов, Татьяна Короткова, Татьяна Черкашина, Гөлсәсәк Толомбаева, Любовь Воробьева, хәйер, уларҙың һәммәһен дә һанап үтеү мөмкин дә түгел, беренсел комсомол ойошмаларын оҫта етәкләп, комсомол ағзаларын берләштереп, туплап, матур-матур эштәргә ылыҡтырыусы булды. Уларҙың күбеһе бөгөн дә сафта һәм гөрләтеп эшләп йөрөй, балаларын үҫтереп, уҡытып, инде байтағыбыҙ ҡартатай-өләсәй дәрәжәһендә ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе тәрбиәләүҙә ҡатнашабыҙ.
Комсомол хәҙер, бәлки, тарихта ғына ҡалғандыр һәм бөгөнгө йәштәр ул турала ишеткәне лә юҡтыр, бәлки, һирәк-һаяҡ, ошондай байрам көндәрендә генә ишеткеләйҙәрҙер. Әммә беҙҙең, 70 – 80-се йылдар комсомолдарының, шул йылдарҙан ҡалған дуҫлыҡ, берҙәмлек, коллективлыҡ хистәре һаман йәшәп килә. Беҙ бөгөнгө менән генә түгел, ә үткәндәр менән дә йәшәйбеҙ һәм йәшбеҙ.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға