«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Туймазы һәм Ауырғазы райондарында – яңы етәксе



01.11.2013 Туймазы һәм Ауырғазы райондарында – яңы етәксе

Туймазы муниципаль районы советы ултырышында Айҙар Суфияновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Айҙар Суфиянов Туймазы ҡалаһында тыуған. Юғары белемле, Иваново дәүләт химия-технология академияһын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Туймазы автобетоновоздар заводының иретеп йәбештереү цехы слесары булып башлай. Туймазы ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлеге мөдире, йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе, ҡаланың «Төньяҡ» муниципаль берәмеге башлығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы директоры, район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары булып эшләй.

* * *
Ауырғазы районы советы депутаттары район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Зөфәр Иҙрисовты тәғәйенләне.
Зөфәр Иҙрисов Ауырғазы районының Яңы Юлдаш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Уның хеҙмәт биографияһында район колхоздарында төрлө вазифалар биләү, шул иҫәптән кооператив рәйесе, район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы булып эшләүе хаҡында мәғлүмәттәр бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға