«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе булдырылды



01.11.2013 Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе булдырылды

Өфөлә үткән конференция эшендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты үҙәк штабынан вәкил Елена Сутормина ҡатнашты.
Халыҡ фронтына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Төбәк бүлексәһен төҙөү буйынса ойоштороу ултырышында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, Халыҡ фронты киҫкен мәсьәләләр буйынса фекер алышырлыҡ, һәр кемдең тауышына ҡолаҡ һалырлыҡ майҙансыҡҡа әйләнергә тейеш.
Беҙҙә республика бүлексәһен өс рәйес етәкләйәсәк – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет башлығы Эльвира Айытҡолова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Максим Михайлов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев.
Ойоштороусылар составында уҡытыусылар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ведомстволар етәкселәре бар.
Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, хәҙер улар алдында торған бурыс – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты бүлексәләрен республиканың ҡала һәм райондарында ойоштороу.
– Бөгөнгө төп маҡсат – граждандарҙың власть менән бәйләнешен юлға һалыу, – тине парламентарий. – Был бәйләнеште һәр ике яҡ та бер-береһен ишетерлек, файҙалы итеп ойошторорға кәрәк.
Йәмәғәт мониторингы алып барыу өсөн генераль штабта өс үҙәк ойоштороролған, уны беҙҙә лә булдырыу мөһим. Үҙәктәр һатып алыуҙар өлкәһендә дәүләт аҡсаһын тотоноуҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү, мәғариф системаһы һәм Владимир Путиндың, Президент булып һайланғас, май айында сығарған Указдарын тормошҡа ашырыу мониторингылары буйынса эш алып бара.

Әйткәндәй

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаттары икенсе ултырышына йыйылды.
Көн тәртибенә 45 мәсьәлә сығарылды. Республиканың алты закон проекты һуңғы уҡыуҙа тикшерелде. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”, ”Транспорт һалымы тураһында”, ”Башҡортостан Республикаһында йәшәү минимумы һәм ҡулланыу кәрзинен билдәләү тураһында” закондарға үҙгәрештәр индереү ҡаралды. Мәҫәлән, ошо һуңғы закон проектына ярашлы, 2014 йылда пенсияға социаль өҫтәмәләр билдәләү өсөн пенсионерҙар­ға йәшәү минимумы күләме 6070 һумға етәсәк. Быйыл әлеге сумма 5690 һум тәшкил итә. ”Транспорт һалымы тураһында” законға яһал­ған үҙгәрештәр иһә яғыулыҡ итеп тәбиғи газды ҡулланыусыларға һалым ставкаһын 20 процентҡа төшөрөүҙе күҙаллай.
Депутаттар 19 яңы закон проекты менән танышыуҙы башланы, алдағы йылдарға бюджет документтары ла ҡаралды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға