«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



01.11.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Президент Рөстәм Хәмитов етәкселегендә Мәскәүҙә “Асыҡ инновациялар” халыҡ-ара инновацион үҫеш форумында ҡатнаша. “Асыҡ инновациялар” форумы – ул бик ҙур бәхәс майҙаны. Быйылғы форумдың төп темаһы – “Глобаль баҙарҙарҙа уйын ҡағиҙәләре: үҫеш технологиялары һәм уны төҙөүселәр”.

Белорет районында хакимиәт башлығы Владислав Миронов етемдәргә һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар­ға фатир асҡыстары тапшыр­ҙы. Быйыл етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн Белорет районына республика һәм федераль бюджеттан 30 млн һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға әле 23 кеше фатир алып ҡыуанһа, киләһе йылда тағы ла 13 етем төҙөлөп ятҡан социаль йорттан фатир аласаҡ.

Рәсәйҙең Сүриәләге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостан егете Азамат Ҡолмөхәмәтов Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде. Юғары награданы уға Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ил башлығы, Сүриәләге ҡатмарлы көрсөк осоронда Рәсәй дипломаты һәм уның хеҙмәттәштәренең Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлауҙа күрһәткән ныҡлығын һәм принципиаллеген билдәләне.

2013 йылда Башҡортостанда картуф уңышы 1 млн тонна тәшкил иткән. БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов әйтеүенсә, ауыл хужалығы предприятиеларында икенсе икмәктең уртаса уңышы гектарынан 134 центнерға етә. Фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа ул 160 һәм 118 центнерға тиң.

Республиканың 133 меңдән ашыу эшләмәүсе пенсионеры 2014 йылдың 1 ғинуарынан яңы күләмдәге пенсияға өҫтәмә социаль түләү аласаҡ. Шулар араһынан 9 мең граждан тәүге тапҡыр федераль түләүгә хоҡуҡлы. Бындай түләүҙәр эшләмәүсе пенсионерҙарға 2010 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнгән.

“Тере журнал”дың топ-блогеры Рәис Ғәбитов Эльбрусҡа күтәрелеү тураһында репортаждар конкурсында ҡатнаша. Еңеү хаҡы – 2014 йылда халыҡ-ара команда составында Эльбрусҡа экспедицияла ҡатнашыу. 31 октябргә ҡарата Рәис Ғәбитовтың репортажы тауыш биреү буйынса беренсе урында тора.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға