«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика Президенты премияға лайыҡ булды



01.11.2013 Республика Президенты премияға лайыҡ булды

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй коммерция булмаған ойошмаларының V съезы тамамланды. Ул граждандар йәмғиәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә, коммерция булмаған ойошмаларҙың яңы эш механизмдарын булдырыуға, ил төбәктәрендә һәр яҡлап үҙ-ара килешеп эшләү мәсьәләләренә арналды.
Съезда «ГОСГРАНТ – 2013» йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы ла үтте. Был баһа илдә коммерцияға ҡарамаған секторҙы үҫтереүгә һәм яҡлауға индергән өлөш өсөн тапшырыла. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй Федерацияһы субъекттары» шәхси номинацияһында премия лауреаты булды.
Беҙҙең республиканан съезд эшендә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, БР Президенты Хакимиәте, БР Йәмәғәт палатаһы, республика коммерция булмаған ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Әйткәндәй, быйыл беҙҙең 10 коммерция булмаған ойошма федераль бюджеттан субсидия алыуға конкурста еңеүсе булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға