«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡорттар Романовтарҙы ҡотҡарырға тырышыуҙа ла ҡатнашҡан...



01.11.2013 Башҡорттар Романовтарҙы ҡотҡарырға тырышыуҙа ла ҡатнашҡан...

Башҡорттар Романовтарҙы ҡотҡарырға тырышыуҙа ла ҡатнашҡан...4 ноябрҙә илебеҙ халҡы берҙәмлек байрамын билдәләй. Шулай уҡ быйыл Рәсәйҙә Романовтар династияһы башла­ныу­ҙың 400 йыллығы, һуңғы император Николай II һәм уның ғаиләһенең Уралда язалап үлтерелеүенә 95 йыл тулыу билдәләнде.
Мәғлүм булғанса, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте заманында яңы идарасылар ҡолатылған импера­тор­ҙы һәм уның ғаиләһен ни эшләтергә белмәй. Ниһайәт, 1917 йылдың йәйендә Николай Икенсене һәм уның ғаиләһен революцион үҙәктән Уралға, атап әйткәндә, Верхнеуральск (Үрге Яйыҡ) ҡәл­ғәһенә, һөргөнгә ебәрергә ҡарар ҡылына. Ләкин ул заманда был төбәк тә ифрат тынғыһыҙ була (Урал казактары, башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр, Көньяҡ Урал заводтары эшселәре ғәйәт әүҙем хәрәкәткә килгән). Ахырҙа Рома­новтарҙы күпкә тынысыраҡ булған төньяҡтараҡ ятҡан Тобольск ҡәл­ғәһенә килтереп урынлаштыралар. Шулай итеп, тимәк, һуңғы Рома­новтарҙың яҙмышы беҙҙең төбәк яҙмышы менән бәйләнә.
Йәнә мәғлүм ки, 1918 йылдың 2 ғинуары (иҫкесә, 1917 йылдың 20 декабре) Ырымбурҙа өсөнсө дө­йөм Башҡортостан (ойоштороусы) ҡоролтайының һуңғы ултырышында тантаналы рәүештә Башҡортос­тандың ерле милли мөхтәриәте (автономияһы) рәсми иғлан ителә. Йылдың беренсе айҙарында уҡ ҡоролтайҙа һайланған милли хөкүмәт (рәйесе Юныс Бикбов, хәрби министры Ә.-З. Вәлидов) башҡорт ғәскәрен төҙөй башлай. 1918 йылдың йәйенә ғәмәлдә ике тулы полк төҙөлөп тә ҡуйыла. 1918 йылдың 3 июлендә, Ырымбурҙы ҡыҙылгвардеецтарҙан таҙартҡас, башҡорт полктары Һамарҙағы Комуч хөкүмәтенең халыҡ армияһы менән берлектә Советтарға ҡаршы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Башҡорт милли хөкүмәте ҡыҙылдарҙы ла, монархист аҡтарҙы ла үҙ итмәй. Шуның өсөн башҡорт хөкүмәте, ғәйре “контрреволюцион демократия” көстәре кеүек, Романовтарҙы ҡотҡарыу яғында була, улар большевиктарға ла, монархистарға ла эләкмәҫкә тейеш, тип иҫәпләй башҡорт хөкүмәте ағзалары.
1918 йылдың апреле баштарында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК), дөрөҫөрәге, уның рәйесе Яков Свердлов һәм Совет хөкүмәте (СНК) башлығы Владимир Ленин (Ульянов) Рома­новтарҙы Тобольскиҙан Мәскәүгә, Николай Романовты судҡа биреү маҡсаты менән, килтерергә ҡарар итә. Был мөһим йәшерен операцияны башҡарып сығыу өсөн ғәҙәттән тыш комиссар итеп В. Яковлев (ысынында иһә ул К. Мячин, Өфөлә тыуған) ебәрелә.
Константин Мячин, Көньяҡ Урал­дың күренекле революционеры, социал-демократ, һуңынан большевик булып, Яковлев фамилияһы менән танылып китә. Ул бик сәйер, серле әҙәм, шул уҡ ваҡытта мөстәҡил, бер кемгә лә буйһонмаҫ шә­хес булып тарихҡа ингән. Апрелдең икенсе яртыһында, ВЦИК-тың ҡарарына буйһонмайса, Яковлев махсус команда менән Тоболь­скиҙан Романовтарҙы Омскиға алып китергә ҡарар ҡыла, йәғни Романовтарҙы Урал большевиктарына бирмәҫкә маташа. Ләкин уның ярҙамсылары, бруталь, ҡаты Урал большевиктары булған Д. Чу­динов (Бөрө өйәҙенең Силантьево ауылынан) һәм П. Гузаков (Өфө губернаһы Эҫем заводынан) уға был ниәтен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Ошо хаҡта күренекле публицист, төбәкте өйрәнеүселәрҙең аҡһаҡалы В. Чемерис ентекләп яҙып сыҡты (“Республика Башкортостан”, 2013, 6 август, № 151).
Батшаны һәм уның ғаиләһен үлтереү эшен тикшереүсе А. Колчак заманындағы тәфтишсе Н. Соколов та Яковлевтың тәртибенә аптыраған. Ул, Советтарҙың ғәҙәттән тыш комиссары Романовтарҙы ҡотҡарырға тырышҡан һымаҡ, тип яҙған. Йә Яковлев Романовтың ғаиләһен йәлләгән, сөнки Екатеринбургта Урал Советы һәм РКП(б)-ның губерна комитеты синфи дошмандарҙы тамсы ла йәлләмәгәнен белгән, ҡолатылған императорҙың һәм уның яҡындарының аяуһыҙ үлтереләсәген аңлағандыр; йә ул кемдәрҙеңдер ғәйәт йәшерен планын үтәргә тырышҡан, тип фараз ҡылған тәфтишсе аҡ офицер. Моғайын, немецтарҙыңдыр, тип һығымта яһап ҡуя ул...
Бар дәлилдәрҙе дөйөмләштереп, комиссар В. Яковлевтың 1918 йылдың 26 – 30 апрелендәге миссияһы Николай Икенсене һәм уның ғаиләһен бер аҙға ҡотҡарған, тип ышаныслы һығымта яһарға булалыр, моғайын. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә барыбер ҡотол­ғо­һоҙ ғәмәлгә аша. Сөнки Урал Со­веты һәм РКП(б)-ның Екатерин­бург губкомы (күренекле большевик Ф. Голощёкин етәкләгән) ифрат аяу­һыҙ, бигерәк ҡаты бәғерле эш итә...
Шул уҡ арауыҡта мөхтәри Башҡортостан полктары, Бөтә Рәсәй демократик кәңәшмәһе үтәсәк Өфөнө һаҡлап, В. Блюхер һәм ағалы-энеле Кашириндар етәкләгән ҡыҙыл партизандар армияһына ҡаршы ҡаты һуғыш алып бара, Екатеринбургка табан тиҙ генә поход ойоштора алмайҙар. Июль айы уртаһында ғына 2-се башҡорт полкы, Халыҡ армияһы һәм чехословак корпусы ғәскәрҙәре менән берлектә, Екатеринбург тарафтарына йүнәлә ала. 25 июлдә башҡорт яугирҙары Екатерин­бургка бәреп ингәндә, һуң була. Ҡаланың ҡап уртаһында урынлаш­ҡан сауҙагәр Ипатьевтың ике ҡатлы йорто подвалында 17 июлдә төнгө сәғәт бер һәм ике араһында Николай Романов, уның ҡатыны Александра (Алиса) Федоровна, ҡыҙҙары Мария, Татьяна, Ольга, Анастасия, улдары Алексей (14 йәшлек) атып, сәнскеләп үлтерелә. Улар менән бергә ғаиләне үлем алдында ташлап китергә баш тартҡан өс хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ (фрейлиналар) һәм ғаилә табибы Боткин (күренекле рус медицина ғалимы һәм физиолог С. Боткиндың ҡустыһы) үлтерелә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Екатеринбург ҡалаһы халҡының һәм йәмәғәтселегенең демократик автономиялы Башҡортостан ғәскәрҙәренең ярҙамға килеүе, башҡорттарҙың изгелеге ыңғай мәғәнәлә иҫен китәрә. Тарихи документтарҙа был факт теркәлеп ҡалған. Бына ул ваҡыттағы матбуғатта яҙғандарҙан: “7 августа Си­ләбе ҡалаһында 2-се башҡорт полкына Екатеринбург ҡала халҡы исеменән махсус килгән депутация тантаналы рәүештә “Ғәййәр азат итеүселәргә – рәхмәтле Ека­теринбург” тип русса һәм баш­ҡорт­са яҙылған ҡәҙерле байраҡ бүләк итте.
Байраҡ аҡ ебәктән, ситтәре йәшел, уртала ярым ай, йондоҙ, һабының башында көмөш ай урағы” (Башҡортостан Хөкүмәте­нең теле, 1918, 21 август, №1, 2-се бит).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәҙерле ҡомартҡы утыҙынсы йылдарҙа юҡҡа сығарылған. Ләкин уның би­гүк раҫ булмаған реконструкцияһы һаҡланған. Реконструкция­ланған байраҡта башҡортса яҙма – “Батыр башҡорттарға – Екатерин­бург халҡынан”, ә һабының башына ярым ай менән йондоҙ ҡуйыл­ған.


Тарихи-биографик белешмә

Был ваҡиғаларҙан һуң бер нисә йыл үткәс, Яковлев Ҡытайҙа К. Стоянович исеме менән пәйҙә була. Ул Ҡытай Республикаһы Рәйесе Сун Ят-Сен янындағы совет вәкиле М. Бородиндың ярҙамсыһы булып эшләй. Артабан, СССР-ға әйләнеп ҡайтҡас, уны ҡулға алалар, судтан һуң ун йылға иркенән мәхрүм итәләр һәм ГУЛАГ-тың Беломорбалт төҙөлөшөнә ебәрәләр. Ләкин бер нисә йылдан уны азат итәләр һәм... НКВД системаһына эшкә алалар. Хатта ки ул ГУЛАГ-та колония начальнигы ла булып китә. Эйфория оҙаҡ булмай, 1938 йылда уны тағы ла ҡулға алалар һәм үтә йәшерен рәүештә юҡ итәләр. Ҡасан, ҡайҙа атылған, уны ҡайҙа күмгәндәр – быларҙы бер кем дә белмәй…
Яковлевтың 1918 йылдың апрелендәге ярҙамсыларының яҙмышы башҡасараҡ була. Бөрөләрҙең яҡташы Дмитрий Чудинов (1890 – 1964) Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша, һуңынан етәксе органдарҙа эшләй, шул иҫәптән Өфө ГубЧК-һы рәйесе урынбаҫары, артабан Башҡорт АССР-ы халыҡ хужалығы органдарында юғары вазифалар биләй. 1938 йылда Башҡортостандың “Главконсервсбыт” контораһы идара начальнигы булған Д. Чудиновты ҡулға алалар. Ул ике йыл буйы Өфөлә НКВД-ның эске төрмәһендә ултыра. Һуңынан Лаврентий Берия тарафынан азат ителә. Улай ғына түгел, Ленин ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Беҙҙең икенсе яҡташыбыҙ Пётр Гузаков та (1899 – 1944) Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, хәрби контрразведкала хеҙмәт итә. Артабан, ВКП(б)-ның Курск губерна комитеты беренсе секретары, партияның Үҙәк Комитетында бүлек мөдире вазифаларын башҡара. 1938 йылда репрессияға эләгә. Төрмәнән сыҡҡас та вафат була.
Рияз МӘСӘЛИМ.
Бөрө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға