16.11.2010 Боҙ урынынан ҡуҙғалды шикелле
Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә төҙөлөп бөтмәгән күп ҡатлы 25 йорт иң проблемалы тип иҫәпләнә.
Уның сәбәбе – ҡайһы бер төҙөүселәрҙең үҙ эшенә яуаплы ҡарамауы, оҙайлы төҙөлөш тураһындағы закон талаптарының үтәлмәүе һәм 2008 – 2009 йылғы көрсөктөң эҙемтәләре. Һөҙөмтәлә ике меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтары боҙолған.
Төҙөүселәрҙең күп ҡатлы йорт төҙөү буйынса бурыстарын үтәмәүе һөҙөмтәһендә зыян күреүсе граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауға булышлыҡ итеү буйынса ведомство-ара комиссия, БР Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары тарафынан 12 йортто төҙөп бөтөү буйынса саралар планы ҡабул ителгән һәм тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Гоголь һәм Красин урамдары киҫелешендәге торлаҡ йорттоң А, Е секциялары, Салауат ҡалаһының 4-се микрорайонындағы 2-се йорт файҙаланыуға тапшырылыу стадияһында. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡа объекттар буйынса мәсьәләне хәл итеү өсөн хоҡуҡи һәм практик механизмдар ҡарала.
– Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе – ҡатмарлы тема. Һәр объект 200 – 300 млн һум тора, – ти БР Дәүләт төҙөлөшө рәйесе Хәлит Мәхмүдов. – Беҙ был объекттар буйынса эшләйбеҙ, әммә мәсьәләне хәл итеү еңелдән түгел.