«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ зарына ҡолаҡ һалыусы ойошма



25.10.2013 Халыҡ зарына ҡолаҡ һалыусы ойошма

Халыҡ зарына ҡолаҡ һалыусы ойошма“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Башҡортостан Республи­каһындағы бүлексәһенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылыуға биш йыл тулды.
Яңыраҡ Өфөлә ошо матур юбилейға арналған саралар үтте. Байрам тантанаһына килеүселәрҙе БР Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне. Шулай уҡ юбилейҙы билдәләргә РФ Дәүләт Думаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ижади коллективтар, популяр артистар һәм башҡалар ҙа килде.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең төп маҡсаты – шәхес, дәүләт, йәмғиәт араһында мөнәсәбәттәрҙе булдырыу һәм камиллаштырыу. Кеше һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, ҡурсалау ҙа – төп бурыс­тарҙың береһе. Башҡортостан Республикаһында партияның төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе 2008 йылда асыл­ғайны. Уның беренсе етәксеһе итеп Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтяров тәғәйенләнде. Бүлмә тәүге көндәрҙән үк әүҙем эшләй башланы һәм илдә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ойошмаларҙың береһе булып тора. 2011 йылдан етәксе вазифаһын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин башҡара.
Юбилей тантаналары барышында Йәштәр һарайынды Халыҡҡа психологик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө лә ойошторолдо. Был көндө “Рәсәй юристары ассоциацияһы” ағзалары, Башҡортостан социаль технологиялар институтының юридик клиникаһы белгестәре, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү баҙарын көйләүселәр һәм башҡалар халыҡ менән аралашты. Кешеләр социаль, иҡтисади, финанс һәм мәҙәниәт тармағында килеп сыҡҡан һорауҙарына төплө яуаптар алды.
Биш йылда Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенә 8772 граждан мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәттәрҙең 2074-енә ыңғай яуап бирелгән. Статистика шуны күрһәтә: ярҙам һорап килеүселәрҙең 38,5 проценты – пенсионерҙар, 26,9 проценты – эшселәр. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Теләгән һәр кемде ай һайын, алдан төҙөлгән график буйынса рФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Федера­ция Советы ағзалары ҡабул итә.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре Өфөлә генә түгел, республиканың төрлө урындарына ла сығып эшләй. Унда белгестәр тематик ҡабул итеүҙәр ойоштороп, халыҡты иң ныҡ борсоған һорауҙарға яуап табыша, аныҡ ярҙам күрһәтә.
Заман талаптарына яраҡлашып, депутаттар һәм башҡа белгестәр кешеләр менән техник мөмкинлектәр ярҙамында ла аралаша. Шулай уҡ матбуғат конференциялары, брифингтар, “түңәрәк өҫтәл”дәр һәм башҡа саралар ҙа үтә. Унда төрлө өлкә белгестәре ҡатнаша.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға