18.10.2013 Арзан торлаҡҡа хоҡуҡлылар ентекле тикшереләсәк
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары комитеттарҙа эш башланы. Улар ҡараясаҡ мәсьәләләр, закон проекттары күп. Шулар араһында эконом класлы торлаҡҡа ҡағылышлыһы ла бар.
Арзан торлаҡ алыуға хоҡуҡлы граждандар исемлеген төҙөүгә иғтибар ҡаты буласаҡ. Был закон проектында аныҡ билдәләнгән. Документ быйыл 27 июндә дүртенсе саҡырылыш депутаттары тарафынан беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул ителгәйне. Льготалы шарттарҙа торлаҡ алыуға хоҡуҡлылар исемлеге мөмкин тиклем асыҡ булырға тейеш. Граждандар ғариза яҙыу менән теркәлергә, уларҙың урындағы үҙидара органында исемлеккә индереләме-юҡмы икәне тураһында ун көн эсендә ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Был хаҡта ғариза биреүсегә яҙма рәүештә мотлаҡ хәбәр ителәсәк. Исемлекте эконом класлы торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер биләмәһе урынлашҡан тораҡ пункт башлығы раҫлай һәм шул исемлек баҫылып сығасаҡ рәсми киң мәғлүмәт сараһын һайлай.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина әйтеүенсә, бындай төр торлаҡ тирәләй ҡайһы бер нормаларҙы үҙгәртеү күптән кәрәк ине. Баҙар хаҡтарынан күпкә түбән эконом класлы торлаҡ алырға теләүселәр сикһеҙ күбәйгән, бәғзеләргә льгота тейеш тә түгел. Шунлыҡтан исемлекте ныҡлы тикшереп төҙөү зарур. Яңы закон ҡәтғи тәртипкә йүнәлтелгән.
Әйткәндәй
Республика парламентының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында юлдарҙағы хәүефһеҙлек темаһына ла ҙур иғтибар бирелде. Депутаттар “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында Башҡортостан кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараны. Ошо юҫыҡта яңылыҡтар федераль ҡануниәттә лә бар.
Үҙгәрештәр ситтән килеүсе водителдәргә ҡағыла. Тәҡдимдәргә ярашлы, сит ил граждандары беҙҙә Рәсәй өлгөһөндәге водитель танытмаһы булһа ғына эшләй аласаҡ. Шулай уҡ водителдәр әҙерләүсе ойошмаларға ҡарата ла талаптар ҡатыланасаҡ. Законды үҙгәртеүгә юлдарҙа транспорт ағымының һәм юл фажиғәләренең артыуы сәбәпсе.