04.10.2013 Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында яңы урынбаҫар
Башҡортостан Президенты Указы менән бығаса «Красный ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһында эшләгән Игорь Дудоров БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Игорь Владимирович Дудоров Мәскәү дәүләт коммерция университетын тамамлаған, Түбәнге Саксонияның Менеджмент академияһында «Энер-гетика комплексында предприятие менән идара итеү» курсында белем алған. Төрлө йылдарҙа әйҙәүсе инженер, бүлек начальнигы, Өфө йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһында директор урынбаҫары, Өфөнөң Совет районы советы рәйесе урынбаҫары, «Югорлизинг» компанияһы һәм «Чистая вода «Кристальная» йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләгән.