«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттәшлекте нисек арттырырға?



27.09.2013 Хеҙмәттәшлекте нисек арттырырға?

Өфөлә яңыраҡ “Шан­хай хеҙмәттәшлек ойош­маһы илдәренең хеҙмәттәшлеген күтәреү алымдары һәм стратегик йүнәлештәр: иҡтисад, экология, демография” тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы.
Был сарала Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үз­бәкстан, Тажикстан, Из­раилдән барлығы 300 ғалим ҡатнашты. Сы­ғыштарҙағы фекерҙәрҙең күбеһендә ШОС илдәрендәге сәйәси, иҡтисади проекттарҙы фәнни күҙлек аша үткәреү тәҡдиме хуплана. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡараған илдәрҙең төп стратегияһы – транспорт, сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү, логистика, сауҙа, туризм өлкәһенең мультимодель үҙәктәрен төҙөү. Ә быларҙы уңайлы яҡтан хәл итеү ғилми берекмәләрҙән башҡа мөмкин түгел. Конфе­ренцияла ҡатнашыусылар нәҡ шулай уйлай.
Урта Азияла социаль-иҡтисади хәл тотороҡло түгел, шунлыҡтан, әлеге ойошмаға ингән дәүләт­тәр­ҙең иҡтисады үҫеүен айырым-айырым ҡарау­ҙан бигерәк, дөйөм макроиҡтисад моделен дә уй­лап табырға кәрәк. Был юҫыҡта ғалимдарға ла баш ватырлыҡ мәсьәләләр етерлек.
Сәйәси яҡтан иһә Шан­хай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре хәүеф­һеҙлек системаһын да яңынан ҡарарға бурыслы. Бында Көнбайыш “ҡулда тоторға” теләгән Сүриә, Иран, Афғанстан проблемалары хаҡында ла оноторға ярамаҫ.
Һәр хәлдә, төрлө өлкәлә лә фекер алышаһы мәсьә­ләләр күп. Конференция үткәреү урыны итеп Өфө юҡҡа һайланманы – беҙҙә ике йылдан ШОС, БРИКС илдәре етәкселәренең саммиттары үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға