27.09.2013 Парижда – Башҡортостан тураһында
Октябрҙең тәүге көндәрендә Францияның баш ҡалаһы Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостанға арналған бер нисә сара үтәсәк. Осрашыуҙар, кисәләр, концерттар, күргәҙмәләр беҙҙең республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенә 15 йыл тулыуға арнала.
Презентацияла республикабыҙ хаҡында бай экспозиция менән танышырға мөмкин буласаҡ. Бында үҙенсәлекле тәбиғи һәйкәлдәр ҙә, күп яҡлы мәҙәни һәм рухи ҡомартҡылар ҙа телгә алына. Бынан тыш, ҡунаҡтар ЮНЕСКО-ның “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты, үҙ эсенә Шүлгәнташ мәмерйәһен алған “Урал батыр төйәге” тәбиғи ҡомартҡыһы хаҡында ла етерлек мәғлүмәт алып, сағыу күренештәрҙе тамаша ҡыла аласаҡ.
Еребеҙҙең йәнә бер тарихи байлығы – “Урал батыр” эпосын был саранан бер нисек тә ситтә ҡалдырып булмай. Ул билдәле донъя эпостары рәтендә йөрөргә хоҡуҡлы. Финдарҙың “Калевала”, немецтарҙың ”Песнь о Нибелунгах”, ҡырғыҙҙарҙың ”Манас”ы кеүек берҙәй боронғо ул башҡорт эпосы.
Башҡортостан менән таныштырыуҙың төп маҡсаты – республиканың күп яҡлы потенциалын донъяға, киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү. “Урал батыр төйәге” тәбиғи-мәҙәни номинацияһын ЮНЕСКО-ның донъя мираҫтары исемлегенә индереү тураһында ла һөйләшеү күҙаллана.
ЮНЕСКО майҙансығындағы Башҡортостан көндәренә ойошма ағзаһы булған 195 илдең вәкилдәре килеүе көтөлә.