27.09.2013 Республиканың яңы парламенты эш башланы
Ошо аҙнала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаттары яңы парламенттың тәүге ултырышын ойоштороуға бәйле кәңәшмә үткәрҙе.
Әле һайланған депутаттар араһында төрлө ҡатлам һәм һөнәр вәкилдәре бар. Һандарға күҙ һалғанда, парламентарийҙар араһында 27 предприятие һәм ойошма етәксеһе, 30 урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкиле бар. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәренән – 15, фән һәм мәғарифтан – 12, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән – 7, мәҙәниәт һәм спорттан – 5, киң мәғлүмәт сараларынан, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм адвокатуранан 4-әр кеше депутат булып һайланған. 15 депутат – фән докторы, 19-ы – фән кандидаты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был саҡырылыш күп партиялы. Тауыш йыйыу буйынса ете процентлыҡ барьерҙы үткән ике партияның – “Берҙәм Рәсәй” менән Коммунистар партияһының ‒ фракциялары эшләйәсәк.
Тәҡдимдәр буйынса парламентта һигеҙ даими комитет буласаҡ. Улар: Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡи тәртип һәм суд мәсьәләләре;
Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары;
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш;
Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ;
Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше;
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу;
Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте;
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеттар.
Әлеге кәңәшмәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге структураһы буйынса ла һөйләшеүҙәр булды. Беренсе ултырыш 3 октябргә күҙалланған.