27.09.2013 Ә беҙҙең ауылда...
Зариф ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы:
– Көндәр матур торғас, халыҡ баҡсаларҙа картуфын ҡаҙып ала, башҡа йәшелсәләрҙе йыя. Йәйгеһен ялға, сәйәхәттәргә лә ваҡыт бүленгәс, йәйҙән ҡалған эштәрҙе бөтөрөп өлгөрөргә тырышҡан көн инде. Ҡояшлы көндәр ҙә беҙгә ярҙамға килә.
Мораҡ ауылы ла “Автомобилһеҙ бер көн” тигән акцияға ҡушылды. Ошо матур сарала ҡатнашыуҙың ауылдаштарыбыҙ өсөн бик фәһемле булыуын билдәләге килә. Бындай акциялар тағы ла йышыраҡ ойошторолһон ине. Велоуҙыш формаһында үткән сарала ҡатнашыусыларҙың күплеге, улар араһында төрлө йәштәге кешеләрҙең булыуы күңелде күтәрҙе.
Лилиә ҠОТЛОЕВА, Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Көндәр йонсоу тора әле – баҡсаны таҙартыу эштәре менән булышырға форсат табып булмай. Тәбиғәттең насар көнө юҡ инде ул, был тиклем ҡоро килгән йылдарҙан һуң яуған ямғырға ризаһыҙлыҡ белдерге лә килмәй. Халыҡ күмәкләшеп бәшмәк йыйырға йөрөй, беҙҙең яҡта ул шул тиклем уңа, рәхәтләнеп йый ҙа йый. Быйылғы ямғырлы йылда бигерәк тә. Һәр кемдең ихатаһында сәскәләр балҡып ултыра, ер дымлы булғас, георгиндар һаман һулымай.
Ауыл халҡын диспансерлаштырыуға йөрөтә башланылар. Кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртҡан сара өсөн ҡыуанабыҙ. Фельдшерҙарға рәхмәт – алдан әйтеп, әҙерләнеп торорға ҡушалар һәм машина менән килеп, 15-ләгән кешене медицина тикшереүе үтергә алып китәләр. Балалар ҙа, әбей-бабайҙар ҙа табип тикшереүен бик теләп үтә, кәрәк нәмә бит.
Уңайы сыҡҡанда проблемабыҙ хаҡында ла һөйләп алайым әле – ауылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарап булмай. “Тәрилкә” аша ла ҡарап булмай, былай ҙа күрһәтмәй. Ҡыш етеп килә бит, хәҙер телевизор ҡаршыһында гәзит-журнал ҡараштырып ята торған саҡ, тейешле кешеләр ошо проблеманы хәл итеү яғын ҡараһын ине. Шөкөр, “Йәшлек” ваҡытында килеп тора, бөтә яңылыҡтарҙы шунан беләбеҙ.
Ғәлиәбаныу САБИРОВА, Балаҡатай районының Билән ауылы:
– Мал көтөүендә йөрөп ятҡан көндә шылтыратаһығыҙ әле – сират беҙҙең ғаиләгә еткәйне. Беҙҙә шулай ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көтөүгә сыға ул. Балаҡатай ҡатын-ҡыҙҙары сая, тырыш бит! Көтөүҙә мал күп түгел, халыҡ итте, һөт аҙыҡтарын һатып алыуҙы хуп күрә башланы.
Ауылдағы хәлдәргә килгәндә, барыһы ла шөкөр, тип әйтергә кәрәк. Беҙҙең яҡта ғына өр-яңы йорт ҡалҡып сыҡты, йәштәр ауылда төпләнә. Матур итеп, профнастил-фәлән менән көпләп төҙөйҙәр йорттарҙы. Бесән бөттө, картуф ҡаҙып алынды, хәҙер әҙерәк ял итергә лә була инде.