20.09.2013 Яңы парламент тиҙҙән эш башлай
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Яңы парламент 3 октябрҙә йыйыласаҡ.
Рөспублика парламентында даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттар һаны 22 кешегә тиклем арттырылды. Ошо турала закон 13 сентябрҙә баҫтырылды һәм үҙ көсөнә инде. “БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы БР законының 1-се статьяһының 3-сө өлөшөнә үҙгәрештәр индереүгә ярашлы, хәҙер 22 депутат профессиональ нигеҙҙә эшләйәсәк, тип билдәләнә. Быға тиклем улар 17 ине.
Президент Дәүләт Йыйылышында тулы хоҡуҡлы вәкилдәр тураһында ла Указ сығарҙы. Республика башлығының вәкиле итеп Президент Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡ идараһы начальнигы Альбина Воробьева, БР Хөкүмәтенең вәкиле итеп Хөкүмәт аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Лихачев билдәләнде.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рөстәм Хәмитов үҙ мандатын йәш һәм әүҙем замандашыбыҙға бирергә вәғәҙәләгәйне. Ошо көндәрҙә мандат эйәһенә тапшырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылышында депутат булып Паралимпия чемпионы Оксана Савченко эшләйәсәк. Ул кандидат булараҡ һайлауҙа ҡатнашһа ла, етерлек тауыш йыя алмаған.
– Минең өсөн мандат алыу көтөлмәгән хәбәр булды. Алдыма ҡуйылған бурысты үтәргә, бағланған өмөттө аҡларға тырышырмын. Үҙемә, депутат булараҡ, республикала иң тәүҙә спортты үҫтерергә тигән маҡсат ҡуйҙым, – тине Оксана Савченко.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачев һайланды. Уға дәғүәсе итеп Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко ҡуйылғайны, йәшерен тауыш биреү юлы менән 207 конференция делегатының 156-һы Толкачевҡа тауыш бирҙе.