05.09.2013 Туймазы. Иглин. Нефтекама...
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был аҙнала республиканың байтаҡ төбәгенә сыҡты.
Туймазы районында булғанында «Туймазы-Арена» универсаль боҙ комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты, «САВА-бетон» предприятиеһында булды, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк төҙөү барышын тикшерҙе. Бынан тыш, «Туймазыбыяла» предприятиеһына ла туҡтап, эш хаҡын түләү буйынса бурыстарға бәйле мәсьәләне хәл итеү хаҡында һүҙ алып барҙы.
Рөстәм Хәмитов Туймазыла төҙөлә башлаған өс ҡатлы йортто ҡараны. Ундағы 27 фатирға авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙа йәшәүсе граждандар күсереләсәк. Республика Президенты балалар майҙансыҡтары өсөн урындың әҙ булыуына иғтибар итте.
Әйткәндәй, 2008 – 2012 йылдарҙа республикала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды аҡсаһына 52 йорт һүтелгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 17,7 мең квадрат метр тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә 381 ғаилә яңы төҙөк йорттарға күсерелгән. Быйыл 11 емерек йорттан граждандарҙы күсереү планлаштырыла.
****
Республика башлығы Иглин районында Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбенең яңы спорт залын ҡараны.
Төҙөлөш эштәре һәм капиталь ремонт Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фонды аҡсаһы иҫәбенә үткәрелгән. Райондағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры Николай Иванов һүҙҙәренсә, яңы бина заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Яңы бинаны ҡарап сыҡҡандан һуң республика Президенты ла төҙөүселәрҙең эшенән ҡәнәғәт ҡалды.
****
Рөстәм Хәмитов үткән аҙнала Нефтекаманың 50 йыллыҡ юбилейын билдәләү тантанаһында ла ҡатнашҡайны. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Нефтекама йән башына торлаҡ төҙөү буйынса лидерҙар рәтендә килә. Былтыр 82 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлһә, быйыл был күрһәткесте 87 меңгә еткереү күҙаллана. Ҡалала 133 мең кеше йәшәй. Нефтекама сәнәғәт потенциалына ла эйә. Был йәһәттән «НефАЗ»ды атамау мөмкин түгел.
Президент Нефтекама машиналар эшләү заводына ҙур иғтибар бирҙе. Унда Мәскәүҙең Бауман исемендәге техник университеты менән берлектә насос төҙөү проекты бойомға ашырыла. Бында сервис инженер үҙәге лә булдырыу ҡаралған. Был проектҡа инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән өҫтөнлөклө статус биреләсәк.
Һәр төбәктә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу мөһим мәсьәлә булып тора. Нефтекама ла ситтә ҡалырға тейеш түгел. Айырыуса сәләмәтлек йәһәтенән эшләү бурысы ҡуйылған. Президент яңы биҫтәлә Йәштәр аллеяһына нигеҙ һалып, тәүге ағасты ултыртты.