05.09.2013 Михаил Бабич Башҡортостанға килде
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич республикаға эш сәфәрендә бер нисә урында булды.
Ул Ишембайҙа Башҡортостан кадет корпусында тәрбиәләнеүселәрҙең сафҡа теҙелеү тантанаһында ҡатнашты. Яңы уҡыу йылы менән кадеттарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡотланы.
Әйткәндәй, республика кадет корпусы быйыл федераль кимәлдәге дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде.
Кадет корпусына конкурс ҙур: бер урынға 4 – 5 кеше дәғүә итә. Директор Рөстәм Мираҫов һүҙҙәренсә, балалар бында килергә ашҡынып тора. Уларҙы ҡаты тәртип тә, физик көсөргәнешлек тә, махсус әҙерлек тә ҡурҡытмай. Кадеттар араһында 25 ҡыҙ ҙа бар.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында Михаил Бабич менән Рөстәм Хәмитов Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Улар ислам мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барҙы.