«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ветерандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе



09.11.2010 Ветерандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт, ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика ойошмаһы активы менән осрашып, уларҙы борсоған проблемалар тураһында әңгәмәләште.
Әңгәмә барышында өлкән быуын вәкилдәре В. Лениндың һәйкәлен баш ҡалалағы пьедесталына кире ҡайтарыу, Өфө дәүләт авиация университеты алдындағы майҙанға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың һәйкәлен күсереү һәм ошонда уҡ 14 Советтар Союзы Геройына – Өфө аэроклубын тамамлаусыларға мемориал эшләү, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында китап сығарыу, ветерандар өсөн республика госпитален төҙөү һәм Өфө ҡала госпитален реконструкциялау, теш протезының ҡиммәтлелеге, ауылда дарыуҙарҙы фельдшер-акушерлыҡ пункттары аша алыу мөмкинлеген булдырыу, хеҙмәт ветерандарына адреслы аҡсалата ярҙам, Офицерҙар йорто базаһында ҡораллы Көстәр ветерандары йортон булдырыу, йорттарға ҡуйылыусы йылылыҡ энергияһы счетчиктарына хаҡтарҙың үтә ҡиммәт булыуы, ветерандар өсөн льготалар тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Рөстәм Хәмитов ҙур финанс сығымдары талап иткән мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүҙе үҙ контроленә алды.
Президент ветерандарҙың республика советы рәйесе Марат Муллағәлләмовҡа «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» билдәһен тапшырҙы һәм осрашыуҙа ҡатнашыусылар менән фотоға төштө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға