09.11.2010 Электр энергияһын тотонғас, түләй ҙә бел
Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының энергия ресурстары менән тәьмин итеүселәргә бурысы 734 миллион һум тәшкил итә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство етәксеһе Гемань Әсәҙуллин бурысты бөтөрөү буйынса ҡәтғи саралар күреү кәрәклегенә баҫым яһаны. Иң тәүҙә, әлбиттә, халыҡтан 1,9 миллиард һумлыҡ бурысты ҡайтартыу. Быйыл ғына кешеләрҙең энергетиктарға бурысы 570 миллион һумға артҡан.
Т. АМАНОВ.