«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡшы уңышҡа өмөт бар



23.08.2013 Яҡшы уңышҡа өмөт бар

Яҡшы уңышҡа өмөт бар Көндәрҙең ямғырлы тороуына ҡараҫтан, Башҡортостан игенселәре тәүге миллион тонна иген һуҡты. БР Ауыл хужалығы министры Николай Кова­ленко әйтеүенсә, сәселгән бөтөн майҙандың 35 проценты урылған.
“Өс миллион тоннанан ашыу уңыш йыйырға ниәтләгәйнек, – тине министр. – Бының өсөн сәсеү майҙандарын ҙурайттыҡ, минераль ашламалар һәм элиталы сортлы орлоҡтар менән проблемалар ҙа булманы, аграрийҙар заманса технологияларҙы ҡулланып эшләне. Әммә сәсеүҙән һуң 50 көн ямғыр яумауы пландарға үҙгәреш индер­ҙе. Шулай ҙа яҡшы уңышҡа өмөт бар. 35 процент майҙандан бер миллион тонна уңыш булыуы, ҡалған ерҙән 2 миллион 400 мең тонна бойҙай алырға мөмкинлеге тураһында һөйләй. Был һанда, әлбиттә, ужым культуралары ла бар – уртаса уңыш 20 центнер булғанда, гектарынан 30 – 32 центнер сығасаҡ. Бөгөнгә төп маҡсатыбыҙ – уңышты ваҡытында юғалтыуһыҙ йыйып алыу”.
Николай Коваленко әйтеүенсә, был иген республикаға етергә тейеш: орлоҡ өсөн яҡынса 500 мең тонна, фураж әҙерләүгә – бер миллион тонна, сәнәғәт эшкәртеүенә 80 мең тонна кәрәк. Ҡалғанынан он һәм ярмалар эшләнәсәк һәм сауҙаға сығарыласаҡ.
Т.АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға