«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Благоварҙа сусҡасылыҡ комплексы төҙөлә



23.08.2013 Благоварҙа сусҡасылыҡ комплексы төҙөлә

Республиканың Благовар районында сусҡа аҫрау комплексын төҙөү буйынса инвестиция проекты менән таныштылар.
Башҡортостанда йылына 70 мең тонна сусҡа ите етештереү һәм эшкәртеү буйынса биш заманса сусҡасылыҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын «Таврос» компанияһы тормошҡа ашыра. Йылына 230 мең тонна продукция етештерәсәк ҡатнаш аҙыҡ цехы, 90 мең тонна иген һалырлыҡ элеватор, йылына бер миллион баш малды һуйыу һәм ит эшкәртеү буйынса комплекс төҙөү ҙә ҡарал­ған. Объекттар 2015 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ул меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Проекттың дөйөм хаҡы ‒ 12,5 миллиард һум.
Бөгөн сусҡасылыҡ комплексының беренсе сираты сафҡа индерелгән. Президент Рөстәм Хәмитов бында булып, предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, сусҡа аҫрау технологиялары менән танышты.
Районда ҙур, ҡеүәтле хужалыҡтар бар. Өфөнөң яҡын булыуы ла агросәнәғәт өлкәһенең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Республика етәксеһе райондың уңышлы үҫешәсәгенә ышаныс белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға