«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғәрәптәр беҙгә инвестиция һалырға әҙер



23.08.2013 Ғәрәптәр беҙгә инвестиция һалырға әҙер

Рөстәм Хәмитов Берләш­кән Ғәрәп Әмирлектә­ренең “Invest AD” компанияһының генераль ди­рек­торы Назем Фавваз менән осрашты. Улар инвестиция проекттарын бойомға ашырыу тура­һын­да һөйләште.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, был фонд эшмәкәрлеге ярҙамында беҙгә ресурстар йәлеп итеү мөһим. Был йәһәттән берлектә эштәр ойошторорға кәрәк. Әлеге ғәрәп компанияһы Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкыһы менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә тора. Башҡор­тостан да был финанс учреждениеһы менән яҡшы бәйләнештә. Хеҙмәттәшлекте ошо өлкәлә ҡарарға мөмкин.
Сит ил ҡунағы, үҙ сиратында, Башҡортостанда булыуы менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Рәсәй буйлап сәфәрҙә уның хеҙмәттәштәре һәм таныштары нәҡ беҙҙең төбәккә барырға тәҡдим иткән. Моғайын, киләсәктә хеҙмәттәшлек һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә лә булыр.
“Invest AD” компанияһы башлығы, аграр тармаҡта республиканың потенциалы ярайһы ҙур, тигән фекерҙә. Сит ил вәкилдәре, Башҡортостан етәкселегенең инвестиция йәлеп итеүгә ынтылышын күреп, бер нисә проектты тормошҡа ашырыуға әҙер булыуҙарын әйтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға