16.08.2013 Йәмәғәт палатаһы республиканың яңырыуында ҡатнаша
Башҡортостан Президенты БР өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Палата ағзалары яңы составта эшләй башланы.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, йәмәғәтселек республика тормошонда әүҙем ҡатнаша алһын өсөн Палата эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим.
– Йәмәғәт палатаһы, тәү сиратта, йәмғиәттә булған идеяларҙың күп төрлөлөгө. Бөгөн йәмғиәттәге белемгә, профессионализмға баҫым яһау мөһим. Ошо йәһәттән «краудсорсинг» төшөнсәһе популяр булып китте. Донъя үҙгәрҙе һәм бөгөн ун йыл элек эш иткән һәм фекер йөрөткән кеүек йәшәргә ярамай. Йәмәғәт палатаһын ниндәй итеп күрергә теләйбеҙ – был хаҡта әйтеүе ауыр. Әммә шуныһы аныҡ билдәле: яңырыу, яңы алымдар, халыҡ менән эшләүҙең яңы формалары кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Был йәһәттән интернет мөмкинлектәрен ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, интернет-берләшмә йәмәғәт ойошмалары, республика һәм ил өсөн партнер булып тора. Виртуаль донъя үҙ мөхитен, ҙур көскә эйә булған структураларын булдыра. Был хаҡта һәр ваҡыт иҫтә тоторға һәм эштә файҙаланырға кәрәк.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек үк, ҙур пландар менән йәшәй. Был беҙҙең конкуренция шарттарында булыуыбыҙ хаҡында һөйләй. Бында йәмғиәттең ярҙамы ла әһәмиәтле.
– Был көрәштә иң көслө һәм ойошҡан төбәктәр еңәсәк. Беҙгә даими һәм күп эшләргә кәрәк. Йәмәғәт палатаһы республиканы үҫтереү юлдарын, яңы алымдар эҙләү йәһәтенән ярҙам итә алыр ине. Һеҙҙең ярҙамға өмөт итәм, – тине Президент.