«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Чиновниктарға шелтә белдерелде



16.08.2013 Чиновниктарға шелтә белдерелде

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналына БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов хәбәр итеүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттарына билдәле рәсми кешеләр­ҙең балалары маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән. Асыҡ­ланыуынса, ҡайһы бер абитуриенттарҙың балдары юғары ла булмаған. Был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡә­ләләр­ҙән билдәле булды.
“Мәҡәләлә килтерелгән факт буйынса Президент Хакимиәтендә махсус комиссия булдырылып, түбәндәгеләр асыҡланды: ҡайһы бер юғары дәрәжәле чиновниктарҙың балалары, ысынлап та, маҡсатлы йүнәлтмәләр алған. Был уларҙы башҡа абитуриенттарҙан өҫтөн ҡуйған. Юридик йәһәттән бында ҡанун боҙоуҙар булмаһа ла, әхлаҡи яҡтан был – ярамаған эш. Шуға күрә Президент, Хөкүмәт ағзалары балаларына бүленгән барлыҡ маҡсатлы йүнәлтмәне ғәмәлдән сығарырға тигән ҡарар ҡабул итте. Улар юғары уҡыу йорттарына, БДИ буйынса йыйған балдарына ярашлы, башҡалар менән бер тигеҙ шарттарҙа уҡырға инәсәк. Бынан тыш, Президент был ваҡиғала ҡатнашҡан Хөкүмәт ағзаларына шелтә белдерҙе”, – тине Аббас Ғәлләмов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға