«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Ҡара” риэлтор язаға тарттырылды



02.08.2013 “Ҡара” риэлтор язаға тарттырылды

Һәр нәмәлә тәртип булыуы ғына яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә – республикала алып барылған яңыртыу сәйәсәте ғәҙеллек яҡлы икәнлеген тойоп йәшәйбеҙ. Шуға ла енәйәт ҡылған бер генә кеше лә язаһын алмай ҡалмаясағына тулы ышаныс бар.
Яңыраҡ Ишембай ҡала суды “Лидер” күсемһеҙ милек агентлығының элекке директоры Ольга Кәримованы биш йылға иркенән мәхрүм итте. Был ҡатын үҙенең клиенттарынан дүрт миллион һум аҡса урлағаны өсөн язаға тарттырылды. Ольга Кәримова, граждандар күсемһеҙ милек һатҡан йәки һатып алғанда риэлтор вазифаһын башҡарып, законһыҙ рәүештә аҡса үҙләштергән. Ул 2009 – 2011 йылдар­ҙа 6 граждандың аҡсаһын урлап, кеҫәһен дүрт миллион һумға ҡалынайт­ҡан.
Бурлыҡ менән шөғөлләнгән “ҡара” риэлтор 5 йыл төрмәлә ултырып ҡына ҡалмай, урланған аҡсаны тиненә тиклем ҡайтарып та бирәсәк.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға