«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Компенсация түләнә



02.08.2013 Компенсация түләнә

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эҫе һыу һәм йылытыуға тарифтар арттырылды.
Һөҙөмтәлә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр хаҡы 12 проценттан юғарыраҡҡа күтәрелгән граж­дандар­ға компенсация түләргә ҡарар ителде. Тәүҙә был компенсацияны алыу өсөн Республика субсидиялар үҙәгенә адреслы социаль ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Хәҙер компенсацияны биреү процесын күпкә еңеләйттеләр – субсидия автоматик рәүештә түләнә, ташламаларҙы алдан уҡ һанап сығаралар һәм квитанцияларға индерәләр. Шуға ла әле килгән квитанцияларҙа күрһәтелгән түләргә тейешле сум­ма компенсацияны ла күҙ уңында тотоп һанап сығарылған.
Иғтибарлап ҡарарға кәрәк, квитанцияларҙың икенсе яғында компенсация тураһында аныҡ мәғлүмәт бирелгән. Әйткәндәй, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы сәбәпле билдәләнгән компенсацияны түләү 2013 йылда ғына ҡарал­ған. Өфөлә субсидиялар өсөн ай һайын 50 миллион һум тирәһе аҡса тотонола. Был сумма республика бюджетынан бүленә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға