«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милләт рухы ҡурсалауға мохтаж



26.07.2013 Милләт рухы ҡурсалауға мохтаж

Милләтем рухы, милләтем яҙмышы тураһында һүҙемде һабантуй­ҙарыбыҙҙы үткәреү йолаһынан башлайым.
Башҡорт халҡының сал тарихтан бөгөнгә килеп еткән иң үҙенсәлекле, иң ҙур байрамы тип мин фәҡәт һабантуйҙы иҫәпләйем.
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелә торған был байрамды бөтә ауыл халҡы көтөп ала, унан яҡты-яҡшы бихисап тәьҫорат алып ҡала.
Һабантуй – милләтемдең рухи көҙгөһө лә. Әгәр ҙә ул көҙгөгә иғтибар менән баҡһаң, унда нимә генә күренмәй! Әммә, үкенескә күрә, һуңғы тиҫтә йылда байрамыбыҙҙа шаҡтай күп боҙоҡлоҡ күҙгә ташлана башланы.
Ауылдарыбыҙҙың һабантуй үткәрә торған болондарын элек-электән башҡорттар изге урын тип һанаған, уларҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған. Ләкин беҙҙең дәүерҙә быныһы ла инде онотолоуға дусар ителгән. Хәҙерге заман түрәләре (уларҙың күбеһе – рухи байлыҡ буйынса махсус белем алмаған чиновниктар) ауылдарыбыҙҙың шул изге урындарына ҙур сәхнәләр, трибуналар эшләтте. Һөҙөмтәлә бынан кемгә ниндәй файҙа? Белеүемсә, ул ҡоролмалар боҙоҡлоҡ юлында йөрөүселәргә иртә яҙҙан ҡышҡа тиклем арыу ғына булышлыҡ итә – улар шунда кистәрен һәм төндәрен спиртлы эсемлектәр эсә, кәйеф-сафа ҡора.
Район гәзите хәбәр итеүенсә («Тәтешле хәбәрләре», 22 май, 2012 йыл), беҙҙең яҡтағы иң ҙур ауылдарыбыҙҙың береһе – Аҡ­сәйеттең баҫыуында ла һабантуйға тип ҙур-ҙур ҡоролмалар төҙөлгән.
Ә эш шунда икән: яҡташ йырсы Салауат Фәтхетдинов тарафынан йыл һайын йәй уртаһында ошо ауылда ойошторолған һабантуйға (урындағы халыҡ ул байрамды «Салауат һабантуйы» тип исемләгән) бөтә республика һабантуйы тигән статус бирелгән.
«Тәтешле хәбәрләре» яҙа: «Аҡ­сәйеттең был икенсе һабантуйына (ул ауыл хәҙер йыл һайын ике һабантуй үткәрә, уларҙың беренсеһен Аҡсәйет үҙе ойоштора, ә икенсеһен ‒– Татарстан артисы Салауат Фәт­хетдинов) республика статусын биреү, үҙ сиратында, Башҡор­тостан халҡының дуҫлығын артабан нығытыуға булышлыҡ итәсәк». Аҡсәйеттә бер йылда ике һабантуй ойоштороуҙы хата тип һанайым.
Тарихҡа баҡһаң, милли йолаларыбыҙ аныҡ итеп әйтеп тора: башҡорт ауылдарында һабантуй йылға бер генә тапҡыр үткәрелгән, ә ике түгел. Ә Аҡсәйеттең был йолаға тоғролоҡ һаҡламауын бары тик шуның менән генә аңлатып була: ауылдың милли аңы ҡаҡшаған, милли рухына зыян килгән. Зыянды, башлыса, өс фактор килтергән: урындағы мәктәптә башҡорт балаларын оҙаҡ йылдар Ҡазан дәреслектәре буйынса уҡытыу; туҡһанынсы йылдар уртаһында райондың китап магазинын ябып, уны тәүлек әйләнәһенә араҡы һатыу­ға махсуслаштырыу; район гәзитенең татар һәм рус телдәрендә генә сығыуы (рус телендәгеһе – дубляж).
Районыбыҙҙа бөтәһе өс милләт ауылдары бар: − уларҙың күп­се­­­­легендә – Танып, Гәрә, Ирәкте ырыуы башҡорттары, тиҫтәгә яҡынында –− удмурттар, береһендә мариҙар йәшәй.
Тәтешле ерендә татар ауылдары булмаһа ла, район гәзитенең инде нисәмә йыл татар телендә нәшер ителеүе − үҙе генә лә уйлай белгән кешегә күп мәғлүмәт бирә.
Сәбәбе шуға ҡайтып ҡалалыр: башҡорт теленең әҙәби нормаһы төньяҡ-көнбайыш башҡорт ырыу­ҙарының һөйләш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай ғына бынан туҡһан йыл самаһы элек формалаштырыла. Был стратегик хатаны төҙәтергә әле һуң түгелдер. Ошо хаҡта хәтһеҙ йыл баш вата торғас, шуға төшөндөм: әҙәби башҡорт телен төньяҡ-көнбайыш диалектыбыҙға бер аҙ яҡынайтыу −– иң дөрөҫ юл. Ҡазан төркиәтселәре һәм тарихсылары башҡорт этносына ҡарата үҙҙәренең концепцияларын хатта ялған дәлилдәргә нигеҙләүҙән дә тартынмай. Быға миҫал итеп филология фәндәре докторы Фәрит Йосоповтың «Россия татарлары» тип аталған ғилми хеҙмәтенән өҙөк килтереп үтәм. Унда милләтебеҙҙең Ғәйнә ырыуы тураһында былай тиелә: «Ҡазан ханлығы емерелгәндән һуң был ерҙәр (йәғни хәҙерге Пермь крайының көньяҡ өлөшө – Р. И.) менән 1568 йылдан башлап Уфимский край тип аталып йөрөтөлгән административ үҙәк идара итә. 1648 йылдан был территорияла йәшәүсе татар ауылдарының күпселеге Пермь крайының Көнгөр (Кунгур) өйәҙенә ҡараған. 1728 йылға ҡәҙәр был ерҙәр Ҡазан губернаһының Өфө провинцияһы ҡарамағында була… Был татарҙар­ҙың Өфө провинцияһы, Оса ҡалаһы ведомствоһына кертелгән өлөшө үҙенең хоҡуҡтары менән Өфө крайында йәшәүсе барлыҡ халыҡтар менән тиңләштерелә. Һуңыраҡ был төркөм Башҡортостан ерҙәренең бер өлөшө итеп ҡарала башлай. Унда электән үк йәшәп килгән барлыҡ төрки халыҡтар кеүек үк, уларға ла ер менән идара итеү хоҡуғы бирелә. Шулай итеп, был төркөм үҙҙәренең күп кенә хоҡуҡтары буйынса башҡорттар менән тиңләштерелә. Шунлыҡтан татар халҡының был өлөшө, үҙҙәрен бик боронғо замандарҙан бирле татар тип һанап килеүҙәренә ҡарамаҫтан, архив һәм башҡа рәсми документтарҙа йыш ҡына башҡорттар тип атап йөрөтөлә башлай.
Совет осоронда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ла был төркөм татарҙарҙың бер өлөшө башҡорт тип яҙылыуы ошо сәбәптәр менән аңлатыла булһа кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был төркөмдәрҙең тарихын өйрәнеүсе ғалимдар уларҙың телдәре һәм тормош-көнкүрештәре яғынан бер бөтөн булыуҙары тураһында асыҡлап әйтә. Шуның менән бергә Пермь татарҙарының һәр ике төркөмө лә үҙҙәрен «ысын» башҡорттар­ға ҡапма-ҡаршы ҡуя, уларҙан тел һәм йәшәү рәүеше яғынан ныҡ айырылыуҙары, татарҙарҙың ике төркөмө лә килеп сығыштары менән бер сығанаҡҡа барып тоташыуҙары тураһында һөйләйҙәр. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарға ҡәҙәр башҡорт телселәре Пермь татарҙарының һөйләшен башҡорт диалекттары системаһындағы урын­ға дәғүә белдергәндәре булманы. Бары тик күптән түгел генә был татарҙарҙың һөйләшен ғәйнә һөйләше аҫтында башҡорт теленең көньяҡ диалекты составына индереп ҡарау ынтылыштары күҙәтелә башланы. Ләкин был хеҙмәттәрҙә күрһәтелгән әлеге һөйләште башҡорт теленән айырып торған үҙенсәлектәр татар теленең төп билдәләре булып һанала. Был күренештәрҙә Пермь татарҙарының һөйләше, киреһенсә, башҡорт теле һәм уның нигеҙ һөйләштәренән айырылып тора, татар әҙәби теленә һәм беренсе сиратта уның урта диалектының төп һөйләштәренә яҡынлығы күренә» («Мираҫ» журналы, №8, 2004 йыл).
Был өҙөктән күренеүенсә, ғәйнә һөйләшенә ҡарата Ф. Йосопов ялғанға барған. Эйе, шулай тип әйтергә нигеҙ бар. Ә нигеҙ тигәнем шул: ғәйнә һөйләше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡарағанлығы күренекле диалектолог Сәриә Миржанова тарафынан (С. Миржанова. Северо-западный диалект башкирского языка. Уфа. 1991) күптән иҫбатланған.
Әйткәндәй, рәсми фән әле һаман Ҡазан ханлығының төп халҡы – татарҙар тип ышандырырға тырыша. Әммә ханлыҡтың этник составын, этногеографияһын оҙайлы тикшеүҙәрем мине был илдең төп халҡы башҡорттар булыуына инандырҙы.
Уҙған быуаттың һуңғы тиҫтә йылдары шаһит: урта быуаттарҙың уртаһында уҡ инде башҡорттар үҙ дәүләттәрендә көн иткән икәнлеген иҫбатларға нәҡ миңә насип булды (ҡарағыҙ: Рауил Исламшин. «Башҡорттарҙың аҙ билдәле илдәре», роман-гәзит. Өфө, 1998; «Тышҡы Башҡорт иле», тарихи очерк, «Киске Өфө», 2005 йыл, 15 –19-сы һандар).
Күрһәтелгән был фәнни хеҙмәттәремдең икенсеһен яҙғанда алыҫ тарихыбыҙҙың хәтһеҙ генә серҙәренә, шул иҫәптән Көнбайыш Европа илсеһе һәм сәйәхәтсеһе Плано Карпини 1246 йылда башҡорттарҙың ике иле аша үткәнлегенә төшөнөлдө. Асыҡла­ныуынса, Карпини үҙенең юл дәфтәренә кангиттар тип Эске Башҡорт иленең, йәғни Мөйтән бей дәүләтенең халҡын, бисермәндәр тип Тышҡы Башҡорт иленең халҡын яҙып ҡуйған.
Шул дәһшәтле быуаттағы ҙур яуҙарҙы – монгол яуҙарын бәйән итеүсе яҙма ҡомартҡыларға байҡау яһауым ошондай һығымталарға ла килтерҙе: Сыңғыҙхан империяһына Тышҡы Башҡорт иле ут һәм ҡылыс менән 1221 йылда буйһондорола, ә Эске Башҡорт иле ул империяға үҙ ирке менән (яҡынса 1222 йылда) ҡушыла.
Тәү ҡарашҡа, был һығымтам хата, сөнки фарсы тарихсыһы Рәшид-әд-диндең (йәшәү осоро 1247 ̶̶ 1318 йылдар) Мәскәүҙә рус теленә тәржемә ителеп донъя күргән китабында («Сборник летописей») ошолай тип тә яҙылған: «… так как Джучи уклонился от выполнения ранее вышедшего постановления Чингиз-хана отправиться ему с войском и захватить все северные области, как Ибир ̶̶̶ Сибир, Булар, Дешт-и Кипчак, Башгурд, Рус и Черкес до Дербенда Хазарского, которого монголы называют Тимур-Кахалка, и включить их в свои владения, то когда Угедейкаан вошел на царство, он повелел Бату таким же порядком».
Батый ханға ул күрһәтмә 1235 йылда бирелә. Һәм был факт алға ошо һорауҙы ҡуя: үрҙә килтерелгән цитатала Башгурд атамалы ниндәй ил тураһында әйтелгән? Ә уға яуабым шул: был дәүләт ̶ Кама һәм Вятка башҡорттары мәмләкәте.
Рәшид-әд-дин китабынан мәғлүм Башгурд илен, йәғни Башҡорт илен эҙләп табыр өсөн иң ышаныслы азимуттарҙың береһен беҙгә Плано Карпиниҙың үрҙә әйтелгән юл дәфтәре күрһәтә. Ә ул азимуттар юлъяҙмала түбәндәге контексҡа теҙелгән: 1241 йылда монгол төмәндәре Венгрия яҡтарынан ҡайтышлай, «…пришли в землю Морд­винов, которые суть язычники, и победили их войною. Подви­нувшись отсюда против Биларов, то есть великой Булгарии, они ее совершенно разорили. Подви­нувшись отсюда еще на север против Баскарт, то есть великой Венгрии, они победили и их».
Аңлашыла ки, бында әйтелгән Башҡорт илен Болғар дәүләтенән төньяҡтараҡ − Кама һәм Ҡазан йылғалары яҡтарынан эҙләү мотлаҡ.
Иманым камил, Башҡорт иле Болғар дәүләтенән төньяҡтараҡ тигән мәғлүмәттә хәҡиҡәттән башҡа бер ни юҡ.
Карпини яҙмаһынан мәғлүм Башҡорт илен нәҡ шул тарафтарҙан эҙләп табыу өсөн беҙгә бөтәһе утыҙҙан ашыу азимут (йәғни дәлил) булышлыҡ итә. Түбәндә ул дәлилдәрем теҙмәһенең бер өлөшөн күрһәтеп үтәм:
1. Алыҫ тарихыбыҙҙан мәғлүм ғуз этносының бер төркөмө боронғонан Урта Иҙел болғарҙарының төньяҡ ыҙандаштары булғанлығына Ҡазан йылғаһы атамаһының этимологияһы уҡ ишара яһай (Ҡазан<Ғазан<Ғузан<Ғуз һун<Ғуз кешеһе).
2. «Ҡаҙ иле» тигән төшөнсә Кама һәм Вятка яҡтары фольклорында борондан уҡ һаҡланып килә. Ул төшөнсәнең диалектик бер варианты − «Ғуз иле».
3. Ҡазан ханлығы шағиры Мө­хәмәтъярҙың «Төхвән Мәрдән» поэмаһында былай тип тә әйтелә: ошо әҫәр яҙыла башлай Ғьюзан ҡалаһында. Тимәк, Ҡазан исеменең Ғьюзан, йәғни Ғазан варианты ла электән ҡулланышта йөрөгән.
4. Асыҡлауымса, ғуз этнонимының бер варианты − буҙ.
5. Минең тарафтан иҫбатланған башҡорт этник термины нигеҙендә нәҡ ошо буҙ этнонимы (баш­ҡорт<Буҙ йорт<Буҙ иле).
6. Төньяҡ башҡорт ырыуҙары һөйләштәренең боронғо бер һыҙаты − «ч» өнө.
7. Ун дүртенсе быуат географтары ағалы-ҡустылы Франциско һәм Доменико Пициганиҙар 1367 йылда һыҙған картала билдәләнгән ҡалаларҙың өсөһө Каманың һул яҡ ярында тип күрһәтелә. Ул өс ҡала − Сакетим, Чар (уның исеме Яу­ширмә йылғаһы атамаһына бәйле) һәм Паскерти (йәғни Башҡорт). Был өсөнсө ҡаланың атамаһы башҡорт этнонимына мөнәсәбәтле икәнлеге бәхәсһеҙ, сөнки картала ул ойконим­ға (ҡаланың атамаһына) йәнәш кенә Пашкерти (йәғни Башҡорт) тигән этноним да урын алған.
8. Әйле ҡәбиләһе башҡорто Ялсығол уғлы Тадж-ад-дин (йәшәү йылдары 1768 ̶̶̶ 1838) яҙған ҙур тарихи хеҙмәттең («Тарих намә-и Болғар» тип исемләнгән ҡомартҡы) бер битендә Әйле уҡымышлыһы Ҡол Ғәлиҙең (ун дүртенсе быуат) Хорезмдан тыуған яғына (Каманың һул ҡушылдығы ̶̶̶ Зәй йылғаһы яғына) ҡасып ҡайтыуын ҡыҫҡаса ғына бәйән иткән өлөшөнән еңел аңлашыла: Хорезмдан төньяҡтараҡ йәшәүсе ҡырғыҙҙарҙың (ҡырғыҙ ̶̶̶ − ҡайсаҡ, йәғни ҡаҙаҡ) далаһы менән Әй йылғаһы арауығы ̶̶̶ −Ҡол Ғәлиҙең милләттәштәре ере.
9. Халҡыбыҙҙың күренекле ғалимәһе Нәжибә Мәҡсүтова дәлилләүенсә, ун дүртенсе быуаттың бөйөк әҫәре ̶̶̶ − «Йософ ҡиссаһы» Әйле башҡорто Ҡол Ғәли тарафынан боронғо башҡорт телендә ижад ителгән (ҡарағыҙ: «Йәшәүгә хоҡуҡ», татар телендәге йыйынтыҡ, Өфө, 1998, 45 ̶̶̶ 61-се биттәр).
10. Ғәйнә ырыуы башҡорттарына 1671 йылдың 18 ғинуарында Рәсәй батшаһы Алексей Михайлович биргән һаҡлау грамотаһы йөкмәткеһенән һәм ун алтынсы быуат аҙағында рус миссионеры Трифон Вятский яҙған «Житие Трифона Вятского» тигән ҡиссанан иң төньяҡ ғәйнәләр тураһында беҙгә билдәле тарихи бихисап мәғлүмәт, Урта Кама ерендәге Ыйыҡ тауҙарының мифологик көсө һәм тағы ла әллә күпме дәлил шул хаҡта ла раҫлай: башҡорт халҡының Рәсәй составына ингән осоронда һәм электәнерәк тә ғәйнәләрҙең ер биләмәләре Кама буйлап меридиан йүнәлешендә һуҙыл­ған булған, ул биләмәләрҙең төньяҡ сиген ̶̶̶ Чусовая йылғаһы тамағы һәм түбән ағымы, ә көньяҡ сиген Зәй Катун ҡалаһы (Пициганиҙар картаһындағы – Сакетим) яҡтары тәшкил иткән. Шуны әйтеп үтеү мотлаҡ: ошо гигант ареалдың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә абориген булараҡ донъя көтөүсе Йәнәй башҡорттары ла ̶̶̶ − ғәйнәләр (асыҡлауымса, йәнәй һәм ғәйнә этник терминдары тиңдәш).
11. Ҡазан ханы Сәхип-Гәрәйҙең 1523 йылда Ирәкте улусы башҡорто Шәйех-Әхмәткә тарханлыҡ титулы биреүе фәнгә яҡшы мәғлүм. Тимәк, был ырыуҙың да тарихы Ҡазан ханлығы менән бәйле.
12. Иван Грозный сардары Анд­рей Курбскийҙың полктары 1554 йылдың ҡышында Ҡазан ханлығының көнсығыш биләмәләрен үтә. Аҙаҡ А. Курбский был турала шулай тип яҙа : «…понеже хождаху за ними (за мятежными бисермянами ̶̶̶ − Р. И.) месяц целый, а передние полки наши гоняху за ними аж за Уржум и Мет (Вятка ̶̶̶ Р. И. ) реку за леса великие, и оттуду до башкирска языка, аж по Каме вверх ко Сибири протязается. И что их было осталося, то покоришася нам» (Русская историческая библиотека, т. 21, 1914, 218-се бит). Был өҙөктән шул аңлашыла: А. Курбский полктары ғәйнә ерендә лә булып китә. Тимәк, ғәйнәләр Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылмаған, ә буйһондоролған.
13. Ҡазан ханлығын тар-мар итеү тураһындағы тәүсығанаҡтарҙың күбеһендә, шул иҫәптән Андрей Курбскийҙың яҙмаларында был халыҡтың (Ҡазан ханлығы халҡының) этник атамаһы ̶̶̶ бисермән. Ә бисермән этнонимы, минең фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, башҡорт лексик берәмегенең тарихи бер варианты булып сыҡты (Рауил Исламшин, «Ыйыҡ тауҙар илендә», Өфө, 2006 йыл, 89 ̶̶̶ 90-сы биттәр). Ошонан шундай һөҙөмтә: беҙҙең төньяҡ башҡорттары ̶̶̶ Үрге Кама, Үрге Вятка бисермәндәре.
14. Бисермән һүҙенең этимологияһы (бисермән<өбөйәс ырыуы кешеһе<буҙ ырыуы кешеһе<басгир кешеһе<башҡорт) ышаныслы рә­үештә ошо һөҙөмтәгә килергә юл-офоҡтар аса: Ҡазан ханлығының төп халҡы ̶̶̶− башҡорттар!


Рауил ИСЛАМШИН.

Тәтешле районы,
Бәҙрәш ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға