02.11.2010 Бәләкәй эшҡыуарҙарға тағы ла бер форсат
Австрияның танылған ROHRER һәм GfE-MIR GmbH фирмалары Башҡортостанда нефть шламдарын эшкәртеү өлкәһендә республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тәҡдим итте.
Улар тәҡдим иткән технология Европала уңышлы файҙаланыла һәм үҙ эсенә нефть шламдарын зарарһыҙландырыу һәм утилләштереүҙең тулы циклын ала. ҡорамал күсмә булғанлыҡтан, ул проектлауҙы йәки ер участкаһы бүлеүҙе талап итмәй. Беҙҙең яҡтан был проект менән ҡыҙыҡһыныусылар табылды.