«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әрмелә булмаһаң, чи­новник булырға хыялланма ла



12.07.2013 Әрмелә булмаһаң, чи­новник булырға хыялланма ла

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү һәм уның абруйын күтәреүҙә саралар күреүгә ҡағылышлы айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон­ға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, әрменән законлы нигеҙҙә кисектереүе булмағандарҙы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә эшкә алыуҙа сикләүҙәр индерелә. Был законда ҡаралғанса, хәрби бурысын үтәгән һәм юғары белеме булған егеттәр РФ Президенты, иҡтисад һәм идара итеү өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған проекттарҙа өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса уҡыр­ға алынғанда өҫтөнлөктәр менән файҙаланасаҡ.
Закон киләһе йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға