12.07.2013 Башҡортостанға – бер миллиард һум
Пермь крайының Березники ҡалаһында “Башҡортостан сода компанияһы” (“БСК”) йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышы үтте. Унда ике төбәк араһында етештереү майҙансыҡтарын берләштереүҙең һөҙөмтәлелеге мәсьәләһе ҡаралды. Йәғни Стәрлетамаҡтың сода предприятиеһы менән Березникиҙағы завод базаһында тулы дәғүәселеккә һәләтле сода етештереү хаҡында һүҙ барҙы.
Березники предприятиеһы сеймал менән яҡшы тәьмин ителгән, унда кальцинирланған сода етештереү ҡеүәтен үҫтереү сикһеҙ мөмкинлеккә эйә. Ә Стәрлетамаҡта эштәр башҡасараҡ. Рәсәйгә йылына 2,5 миллион тонна сода талап ителә. Шуның 2,2 миллионға яҡыны “БСК”-ла етештерелә. Ике предприятиеның берләшеүенең ыңғай яҡтары байтаҡ. Бынан тыш, республика ҡаҙнаһына бер миллиард һум самаһы дивиденд та киләсәк, сөнки берләшкән компания Стәрлетамаҡта теркәләсәк.