«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй халыҡтары ассамблеяһына – 15 йыл



12.07.2013 Рәсәй халыҡтары ассамблеяһына – 15 йыл

Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтарының һигеҙенсе конгресы уҙҙы. “Халыҡтар дуҫлығы – Рәсәй берҙәмлеге” форумы менән бер рәттән, ассамблеяның алтынсы съезы ла үтте.
Сарала ил субъекттарынан делегациялар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты. Беҙҙең республиканан БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вилмир Аҙнаев һәм Башҡортостан Президенты Ха­кимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов барҙы.
БР Президенты Рөстәм Хә­митовтың форумға адресланған тәбрикләү хатында билдәләнеүенсә, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы – илдәге иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһе. Йылдар буйы был ойошма милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, һаҡлауға булышлыҡ итә, власть органдарының этник берекмәләр менән бәйләнешенә ҙур өлөш индерә.
Республиканан барған делегация ағзалары фекеренсә, әлеге сараны үткәреү Рәсәйҙә Дәүләт милли сәйәсәт стратегияһын ғәмәлгә ашыра башлау йәһәтенән етди аҙым булып тора.
Был юлы ассамблеяға яңы рәйес һайланды. Ул – “Берҙәм Рәсәй” партияһын яҡлаусыларҙың үҙ советындағы халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссияһы рәйесе Светлана Смирнова. Быға тиклем рәйес булып торған Рамазан Абдулатипов Дағстан Респуб­ликаһы башлығы вазифаһын башҡара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға