«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



02.11.2010 Өс һөйләм менән

Учалыла ҙур цемент заводы төҙөү күҙаллана. БР Хөкүмәте вице-премьеры Ю. Пустовгаров белдереүенсә, республика властары был проект өсөн йыл аҙағына тиклем «көрәшәсәк». Мең кешене эш менән тәьмин итергә тейешле предприятиены төҙөү бер нисә йыл элек үк планлаштырылһа ла, бурыстар булыу сәбәпле, эш туҡталып торған.

«НефАЗ»дың яңы алты автобусы Һамар ҡалаһы урамдары буйлап йөрөй башланы. Был илебеҙҙең күп кенә төбәктәрҙә һорау менән файҙаланған пассажир транспортының унда тәүгә генә «барыуы» түгел. Әйткәндәй, күптән түгел заводта оҙон «НефАЗ» да сығарылғайны, улар тиҙҙән Өфөгә килеп етәсәк.

Мәләүездә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн киң билдәләнеләр. Йыл ҡатмарлы тура килеүгә ҡарамаҫтан, был төбәктә ярайһы ғына уңыш йыйып алын­ған. Эшсәндәргә федераль һәм республика наградаларын БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко тапшырҙы.

БР буйынса токсикология мониторингыһы идаралығы мәғлүмәттәренсә, өсөнсө кварталда Башҡор­тостанда 1210 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы теркәлгән. Был күрһәткес, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 8,3-кә кәмегән. Ауырыусыларҙың 50 проценты – эшһеҙҙәр.

«БР Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты» төбәк йәмәғәт ойошмаһына 20 йыл тула. Ошо ваҡиға уңайынан Өфөнөң Офицерҙар йортонда «түңәрәк өҫтәл» һәм шундай уҡ әһәмиәтле саралар үткәреү күҙалланған. 4 ноябрҙә ҡайғырыусы әсә монументына сәскәләр һалынасаҡ.

ҡыш алдынан Шаран халҡы йылы аяҡ кейеме менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Баҡһаң, ундағы баҙарҙарға быймалар сығарылған да икән. Элекке халыҡ кәсебен – быйма баҫыуҙы Түбәнге Зәйет ауылы оҫтаһы Фирҙәүес Әхмәтов тергеҙгән.

Октябрьский ҡалаһының «Нур әл-Ислам» мәҙрәсәһе төҙөкләндерелгәндән һуң үҙ уҡыусыларына яңынан ишектәрен асты. Ремонт эштәренә Рәсәй мосолмандарының диниә назараты ла, Төркиәнең Рәсәйҙәге илселеге һәм Төркиәнең дини эштәр буйынса министрлығы ла булышлыҡ иткән. Халыҡ та үҙ теләге менән ярҙамға килгән.

Интернеттың мөмкинлектәре киңәйә. Республикала шәхси эшҡыуар юридик шәхесте дәүләт теркәүе тураһында интернет аша ғариза бирә ала. Әлеге көндә 400 кеше шундай мөмкинлек менән файҙаланған – электрон хеҙмәт аша ИНН таныҡлығына эйә булған.

2011 йылдан башлап республика мәктәптәрендә, һөнәри уҡыу йорттарында уҡыусыларҙы наркотик ҡабул итеүгә ирекле тикшереүҙәр ойоштороласаҡ. Башҡортостандың наркотиктар­ға ҡаршы комиссияһы ҡарарын Президент Рөстәм Хәмитов та раҫланы. Был сара йыл һайын үткәреләсәк һәм аныҡ пландар күҙалланған.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға