«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ



05.07.2013 Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ

Йыш ҡына ололарҙың: “Анау күршем ғүмерендә бер көн йүнләп эшләмәне, мин 14 йәшемдән колхоз баҫыуҙарында тир түктем. Тик бына бөгөнгө көндә пенсияны икебеҙ ҙә бер иш алабыҙ!» – тип һуҡранғанын ишеткә­не­беҙ бар. Хәҙер ҡартлыҡ буйынса бирелгән пенсияны ғәҙел бирергә вәғәҙә итәләр-итеүен. Шулай ҙа бөгөн эшләп йөрөгән йәштәр буласаҡ пенсияһын ҡайғыртамы икән? Ошо һорауға яуап табыу өсөн гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Ләйсән МОРАТОВА, Өфө ҡалаһы, 30 йәш:
– Район ерендә магазин асып, балалар кейеме һатҡайным. Килемем әллә ни булмаһа ла, эшҡыуарҙар түләргә тейешле аҡсаны дәүләткә күсереп барҙым. Өс йылда төрлө тикшереүҙәр, түләүҙәр мине тамам ялҡытты, магазинымды яптым һәм Өфөгә күсеп килдем. Кешеләргә массаж эшләү менән шөғөлләнә башланым. Эшем яҡшы бара, айына 35 – 40 мең һум самаһы аҡса туплайым, даими клиенттарым да барлыҡҡа килде. Әлбиттә, рәсми рәүештә бер ерҙә лә теркәлмәгәнмен һәм бер ниндәй ҙә пенсия фондына аҡса күсереп тормайым. Теркәлергә лә йыйынмайым, дөрөҫөн әйткәндә. Юғары белемлемен, 12 – 15 мең һум аҡса түләргә вәғәҙә итеп эшкә саҡырыусылар бар. Ләкин, ҡартайғас, пенсия кәрәк, тип бөгөн хәйерселектә йәшәп булмай бит инде – бындай эштәрҙән баш тартам.
Пенсия тураһында ла уйларға кәрәк, әлбиттә. Тағы ла бер 15 йылдан был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә башларға иҫәп тотам. Әлегә юҡ – бөгөнгөм ҡәҙерлерәк.

Илдар ХӘЙБУЛЛИН, Благовар районы,
39 йәш:
– Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләйем. Аҡсаһы әллә ни булмаһа ла, эш хаҡын бюджеттан алыу, бөтә ҡағиҙәләр буйынса һалым-фәләнде күсереп барыу күңелемә тыныслыҡ бирә. Ҡарт көнөңдә кемгә ышанаһың, балаларым бар ҙа ул – бәлки, ярҙам да итерҙәр ине, ләкин тормош төрлө яҡҡа үҙгәреп китә бит.
Пенсияны йәштән ҡайғыртыу, тейешле сумманы ай һайын Рәсәй Федерацияһының Пенсия фондына күсереп барыу яҡлымын. Бөгөн төрлө ойошмалар, буласаҡ пенсияны күберәк түләргә вәғәҙә итеп, үҙенә ылыҡты­рыр­ға тырыша ул, ләкин мин уларға ышанмайым. Бөгөн бар, иртәгә юҡҡа сығыуҙары ихтимал.

Гүзәл ИҪӘНБАЕВА, студент, 22 йәш:
– О-о-о, пенсия ҡайғыһы юҡ әле миндә! Уҡыуҙы тамамлау менән, ҡайҙа эш тапһам – шунда урынлашасаҡмын. Рәсми рәүештәме-юҡмы икәнлеген уйламайым. Бөгөн йәшәргә етерлек аҡсаһын ғына түләһендәр. Беҙ ҡартай­ғансы ул пенсия тигән нәмә юҡҡа сығып, атай-әсәйем ғүмер буйы күсереп барған аҡса юғалып бөтһә лә аптырамаҫмын.

Рөстәм МИНҺАЖЕВ, эшҡыуар, 36 йәш:
– Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ. Минең фирмала эшләгән барса халыҡты ла бөтә ҡағиҙәләр буйынса рәсми теркәп эшләтәм, тейешле һалымдарҙы, иғәнәне күсереп барам. Мин эшҡыуар булһам да, бай икән тип уйламағыҙ – йәшәргә етерлек аҡса эшләйбеҙ инде. Ләкин РФ Пенсия фондына аҡсаны минималь иғәнәнән күберәк күсереп барырға тырышам – иртәгә нимә буласағын кем белә. Үҙем өсөн шундай ҡағиҙә уйлап таптым – йыл һайын ғаиләбеҙ менән бер тапҡыр сит илгә ял итергә барабыҙ һәм шунда түгелгән тиклем сумманы банкыға проценттары артып ятһын өсөн һалып барам – ҡартайғанға тиклем унда ла йыйылып торһон әйҙә.
Пенсияға кеше юҡҡа сыҡмай – был ваҡытта уның йүнләп эшләй алмау башлауы рәсми рәүештә раҫлана. Шуға ла ғүмер көҙөнә мөмкин тиклем ҙурыраҡ суммалағы аҡса менән аяҡ баҫырға ине.
Лилиә СИРАЕВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға